—Бер-берегеҙҙе ярты һүҙ-ҙән аңлап тороуығыҙ, үҙ-ара ихтирамығыҙ шунда уҡ күҙгә ташлана. Артист ғаиләһендә бындай күренеш бик һирәк күҙәтелә. Гөлиә, ғаилә татыулығы кемдән?
—Әлбиттә, иремдән! Ысынлап та, күптәр ар-тистар ғаиләһен ни өсөндөр бер-береһен көнләшкән, үҙ-ара һәр саҡ ирешеп йәки хыянат иткән ғаилә тип күҙ алдына килтерә һәм тәрән яңылыша. Мин был яҡтан бәхетлемен: мине
ярты һүҙҙән аңлап, яратып һәм һәр саҡ уңыштарыма ҡыуанып, дәртләндереп тор-ған ирем бар.
—Юлдаш, һинең бөтә ҡараштарың, фекерҙәрең менән килешкән, һинең күҙеңә генә ҡарап торған кәләште ҡайҙан таптың?
—Филармонияла. Белеүе-геҙсә, беҙҙең “Сулпан” театры менән филармонияны берләштереп, концерт-театр берекмәһе төҙөлдө. Шуға күрә күпселек байрамдар ҙа, төрлө саралар ҙа бергә үтә ине. 2019 йылда Яңы йыл байрамынан һуң коллектив менән күмәкләшеп тәбиғәт ҡосағына саңғы-сана шыуырға сыҡтыҡ, шунда матур ғына ҡыҙҙы күреп ҡалып, ғашиҡ булдым. Аҙаҡ уның бейеүсе икәнлеген белдем, хатта ул саҡта йәшәгән фатирҙарыбыҙ ҙа йәнәш кенә булып сыҡты. Тауҙан ҡоралайҙан етеҙ, сос саңғы шыуғанына һоҡланып ҡарап торғаным бөгөнгөләй хәтеремдә. Артабан ныҡлап танышып, дуҫлашып киттек, һәм 2020 йылда өйләнештек.
—Бала сағығыҙҙан сәнғәт юлынан китеүебеҙҙе белә инек тинегеҙ. Әйҙәгеҙ, үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтегеҙ әле?
Юлдаш:
—Хәйбулла районының Сиҙәм ауылынан. Бәләкәйҙән шиғыр ятлап, аҙаҡ йырлап-бейеп, ҡурайҙа уйнап үҫтем. Мәктәп йылдарында театр түңәрәгенә йөрөнөм, төрлө спектаклдәрҙә һәр саҡ төп ролде башҡара инем. Шуға күрә мәктәпте тамамлағанда ҡайҙа барыр-ға тигән һорау торманы. 2004 йылда Сибай сәнғәт колледжына уҡырға индем. Беҙҙең төркөм “Сулпан” театры өсөн махсус йыйылды, уҡытыусыбыҙ Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов булды. 2008 йылда ҡулыма дип-лом алып, хеҙмәт юлымды “Сулпан” балалар театрында башланым һәм бөгөнгө көнгә тиклем яратҡан һөнәремә хыянат иткәнем юҡ. Әрме хеҙмәтенә лә барып ҡайттым, белемемде камиллаштырыу һәм үҙемде режиссер булараҡ асыу маҡсатында Өфө дәүләт сәнғәт академияһын ситтән тороп тамамланым. Балалар өсөн сәхнәләштерелгән төрлө ролдәр тыуҙырыу бәхете тейҙе. Мәҫәлән, Мос-тай Кәриимдең “Өс таған” әҫәрендә Вәзир, Зәйнәб Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт”ендә йәш Аманғол, һаҡсы, ишкәксе ролдәрен, халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал батыр” эпосында Шүлгән, “Сказка о царе Салтане” әкиәтендә князь Гвидоне, Сәрүәр Суринаның “Ҡанифа юлы”нда—Әбеш, Туфан Миңнуллиндың “Ауыл
эте Аҡбай”ында—Бәрән, Мос-
тай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә—Кендек, Наил Ғәйетбайҙың “Батырҙарҙы данлар илем бар” тамашаһында Федоров һәм башҡа бихисап образдар. Әле режиссер булараҡ Яңы йыл байрамына Андрей Горбуновтың “Ҡарһылыу һәм уның командаһы” исемле әҫәре өҫтөндә эш башланым. Шулай уҡ Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауыл мәҙәнәит йортонда эшләп килгән халыҡ театры өсөн Әминә Яхинаның “Йәйғор ҡалҡҡан-да” спектаклен режиссер булараҡ сәхнәләштерҙем.
Гөлиә:
—Әбйәлил районы Ишбулды ауылынан мин. Бейеүгә һөйөү һис шикһеҙ бәләкәйҙән килә. Мәктәп йылдарында бейеү минең иң яратҡан шөғөлөм булды. Шулай ҙа бала саҡтан бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләгән өләсәйем Байла Әлимғужинаға ҙур рәхмәтлемен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул минең сәхнәлә бейегәнемде күрә алманы. Салт сәскәләргә күмелгән шәлен минең яурынға һалыр ине лә бейергә ҡушыр ине. Үҙе таҡмаҡ әйтә, төрлө хәрәкәттәр күрһәтеп тора, аҙаҡ минең ыңғайыма үҙе лә тыпырлатып бейеп ебәрер ине. Тап уның башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас әҙәплелек менән түшен һикертмәйенсә, баҫалҡы, ипле генә бейеүҙәре һәр саҡ күңелемдә һаҡлана.
9-сы класты тамамлағас, С.Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына уҡырға барҙым. Хореография бүлеген уңышлы тамамлап, 2017 йылда Сибай филармонияһына эшкә ҡайттым.
“Сибай” халыҡ бейеү ансамбле—Сибай концерт-театр берекмәһенең генә түгел, ә тотош Башҡортостан мәҙәниәтенең йөҙөк ҡашы. Ансамблдең репертуарында башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән бер рәттән, татар, рус, ҡалмыҡ, чечен,үзбәк, эвенк, грек һәм башҡа халыҡтар бейеүҙәре бар. Уларҙың һәр береһе бейеүсенән физик һәм рухи көс кенә түгел, ныҡлы әҙерлек һәм түҙемлелек тә, һығылмалыҡ һәм сабырлыҡ та талап итә. Әгәр ҙә һин репетицияларҙа ғына шөғөлләнеп, үҙ өҫтөңдә даими эшләмәһәң, бейеүсе булараҡ юғалып ҡалырға ла мөмкин. Бейеүсегә сәхнәлә алдан өйрәнгән хәрәкәттәрҙе башҡарып сығырға ғына түгел, ә ым-ишара, йыл-майыуҙар аша бейеүгә ниндәй мәғәнә һалыныуын аңлап, йөрәгең менән шуны тамашасыға еткереү бурысы тора. Залда ултырған тамашасы һинең һәр яңы-лыш баҫҡан дробтарыңды, урынһыҙ йылмайыуыңды, һәр хәрәкәтеңде күреп, һиҙеп ултыра. Шуға күрә улар алдына һин сығаһың икән, яңылышырға хаҡың юҡ. Һәр яңы бейеү өҫтөндә оҙайлы репетициялар ята, иң тәүҙә бейеүсе ул бейеүҙе тойорға, ҡабул итергә тейеш, аҙаҡ ҡына уны сәхнәгә алып сыға. Күптәр бейеүсе хеҙмәтен еңел тип, һикерәңләп сәхнәлә бейей ҙә шуның менән бөттө тип уйлай, тик улар тәрән яңылыша. Ҡайһы саҡта көндәр буйына репетиция залынан сыҡмаған ваҡытттар ҙа була. Әммә мин һайлаған һөнәремә мең рәхмәтлемен, эшемде яратам, сәхнәлә йөҙөп һәм рәхәтләнеп бейейем.
Үҙем өсөн махсус ҡуйылған “Яусы” (ҡуйыусыһы Йәмилә Бикбаева) һәм “Ҡурай” (Сулпан Асҡарова) бейеүҙәрен шул тиклем ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡарам. Ансамблдең күмәк бейеүҙәрендә солистка булараҡ бейейем. Бигерәк тә “Тирмә янында”, “Кәкүк сәйе”, “Салауат мираҫы”, “Башҡортостан-гөлбостан”, “Сыңрау торна”, “Бурана”, “Байрам”, үзбәк бейеүе “Кил жаным” һәм башҡа күмәк бейеүҙәр күңелемә яҡын.
—Япон бейеүсеһе Кадзуо Ононың: “Халыҡ бейеүҙәре төйәк иткән тәбиғәткә оҡшаш. Тәбиғәт матур һәм бай икән, бейеүҙәр ҙә матур һәм төрлө була”,–тигән һүҙҙәре бар. Ысынлап та “Сибай” халыҡ бейеү ансамбленең һәр сығышы үҙенең үҙенсәлекле, тарихы һәм халыҡсан булыуы менән айырылып тора. Ә инде ансамблдең солисткаһы булараҡ, һеҙҙең бейеүегеҙ уны тағы ла сағыуыраҡ итә.
—Рәхмәт!
—Юлдаш, балалар өсөн уйнауҙың үҙенсәлеге бар-
мы? Кескәй тамашасы-лар нисек ул? Балалар
өсөн уйнау—икеләтә яуап-лылыҡтыр.
—Тап шулай! Бала күңеле аҡ ҡағыҙ, уны алдап йәки ҡыланып уйнап ҡына ышандырып булмай. Улар һинең һәр хәрәкәтеңде губка кеүек үҙҙәренә һеңдереп бара. Икенсенән, беҙҙең төп маҡсатыбыҙ йәш быуынға театрға ҡарата һөйөү уятыу, сөнки киләсәктә улар башҡа театрҙарҙың буласаҡ тамашасылары ла. Өсөнсөнән, балаларға яҡшылыҡ һәм изгелек, яман һәм насар кеүек төшөнсәләрҙе лә беҙ үҙебеҙҙең уйнаған образдарыбыҙ аша уларҙың күңеленә еткереүселәр ҙә. Шуға күрә балалар өсөн уйнау икеләтә яуаплылыҡ та, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙе бәхетле бала саҡ иленә алып ҡайтҡан бер тамаша ла. Улар бит шул тиклем эскерһеҙҙәр, сәхнәлә барған спектаклде ысын итеп ҡабул итәләр. Хатта шул тиклем ихлас ҡарап ултырған ҡыҙ һәм малайҙар сәхнәгә килеп сығып, кире геройҙарҙы һуға башлай, йә иһә урындан ҡысҡыралар. Үҙең дә һиҙмәҫтән балалар донъяһына инеп китәһең дә, тамаша бөткәнсә улар менән бергә йәшәйһең, улар араһында йөрөйһөң.
Бына шундай
бер-береһен
тулыландырып торған ижади ғаилә йәшәй
Сибай ҡалаһында.
Береһе
баҫҡан ерендә ут сәсрәтеп бейеп, тамашасыларға
шатлыҡ өләшһә,
икенсеһе
балалар өсөн иҫ киткес образдар тыуҙыра,
уларҙың кескәй күңелдәрендә матурлыҡҡа һөйөү осҡондары һала. Ижадығыҙ өсөн
ҙур рәхмәт!
Кәримә Усманова әңгәмәләште.