Замандаш
21 Ноябрь 2024, 11:40

Бер-береһенә терәк улар

Бәхетте һәр кем үҙенсә ҡабул итә: кемдер уны—мул тормошта, икенселәр—һаулыҡта, өсөнсөләр тормошта төрлө һынауҙар үткәндән һуң, ниһайәт, ныҡлы ғаилә булдырыуҙа таба. Бөгөн беҙ тәфсир итәсәк күркәм пар нәҡ ошо һуңғылары иҫәбендә.

Бер-береһенә терәк уларБер-береһенә терәк улар
Бер-береһенә терәк улар

Йылайыр районы Ашҡаҙар ауылында йәшәгән Зөһрә менән Фәнүр Атановтарҙың бәхетле ғаиләһен күргән кеше уларҙың ошоғаса әллә күпме һикәлтәле юлдар үтеүенә һис ышанмаҫ, моғайын. Бер-береһенә мөләйем генә йылмайып, әле лә күҙ ҡараштары менән аңлашып торған был һөйкөмлө парҙың ҡасандыр тәүге ғаиләләре булып, төрлө юғалтыуҙар кисереп, аҙаҡ тормош юлында осраҡлы ғына осрашып, ҡайтанан ғаилә ҡорорға тәүәккәллек итеүҙәре үҙе бер китаплыҡ тарих.
Күрше Йомағужа ауылы ҡыҙы Зөһрә Зилиә ҡыҙы менән яңғыҙ йәшәһә, Ашҡаҙар ауылында Фәнүр Атановтың ҡатыны вафат булып, ике бала менән тол ҡала. Балаларына әсәй ҙә, атай ҙа булырға тырышҡан ирҙең яңынан ғаилә ҡорорға тигән уйы ла булмайҙыр, нисек тә ғәзиздәрен аяҡҡа баҫтырыу теләге менән яна. Ике яңғыҙ йөрәктең осрашыуына әлеге лә баяғы юлдарҙың өҙәрем булыуы ярҙам итә лә инде. Зөһрә ниндәйҙер йомош менән район үҙәгенә барырға автобусҡа һуңлай һәм юлға сыға. Күп тә үтмәй Фәнүр Атановтың машинаһы ауыл яғынан елдереп үтеп китә лә бер аҙҙан кире сигенеп, юлда торған ҡатынды ултыртып ала. Ни тураһында һөйләшкәндәрҙер, уныһын икеһе лә хәтерләмәй, әммә тап ошо осрашыу икеһенең дә киләсәк яҙмышына оло йоғонто яһай. Һәм күп тә үтмәй, 1998 йылда, улар өйләнешеп тә ҡуя.
Биш йәшлек Зилиәһен етәкләп килеп ингән ят ҡатынға 2-се класта ғына уҡып йөрөгән Альбина шунда уҡ “әсәй” тип күкрәгенә ташлана. 6-сы класта белем алған Флүр тәүҙәрәк ятһынып йөрөй, уға ҡапыл асылып китеүе еңел булмай.
—Тәүҙә килгәс тә Альбинаның әсәй тип өндәшеүе йөрәгемде телгеләне, шунда күңелемдең ниндәйҙер бер урыны өҙөлөп киткәндәй булды һәм был балаларға яҡшы әсәй булырға тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем,—ти әңгәмәсем.—Әлбиттә, ике ата балалары бер өйҙә һыйырмы, үҙ-ара татыу йәшәрҙәрме, бер-береһенә ниндәй мөнәсәбәттә булырҙар икән тигән уйҙар ҙа тыуҙы. Уларҙың кинәт Зилиәне үҙ һеңлеләре кеүек яҡын итеп ҡабул итеүҙәре лә, иремдең һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә булыуы, балаларҙы айырып ҡарамауы сәбәпсе булдымы икән, тәүге көндән үк һин дә мин йәшәп алдыҡ та киттек. Артабан бәхетебеҙҙе тулыландырып Фаягөл һәм Зарифа исемле ҡыҙҙарыбыҙ тыуҙы. Биш балалы ғаилә булып, ауылда төпләнеп, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, уларҙың ағын эш итеп, баҙарға алып барып һатып, донъя көтөп ятҡан көнөбөҙ.
Зөһрә ханым 22 йыл бейеме Нәбирә Хәким ҡыҙы менән татыу йәшәй, ул да балаларға күҙ-ҡолаҡ, йортҡа йоҙаҡ булып ултыра. Бөгөн Атановтарҙың 7 ейән-ейәнсәрҙәре бар, йәй етһә уларҙың йорто балаларҙың шат тауыштарына күмелә.
Ишле малға йәй көнө бесән әҙерләшергә балалары йыйыла, тиҙ арала бер нисә кәбәнде ҡойоп та ҡуялар. Башҡа яҡтарҙа йылҡылар күпселек тибенлектә йөрөһә, урманлы Ашҡаҙар төбәгендә ҡышын да аттар кәртәлә тора. Күпләп һарыҡ та үрсетәләр, һуңғы арала һарыҡ итенә һорау ҙур. Район үҙәгенән, хатта Өфө, Ырымбур яҡтарынан да ҡорбанға көр малҡайҙарҙы үҙҙәре үк килеп алып китәләр. Хужабикә һөт ризыҡтарын аҙнаһына бер тапҡыр Йылайыр йәки Юлдыбай баҙарына алып сыға, унда ла үҙ клиенттары көтөп тора. «Баҙарға бер сыҡҡанда ғына 15-20 мең һум эшләп ҡайтырға мөмкин, тик йыбанмаҫҡа кәрәк»,—ти Атановтар.
Иш янына ҡуш тигәндәй, еләк миҙгелендә еләк-емешен дә, бәшмәген дә йыйып һатып ебәрәләр, баҡсаларында йәшелсә, емеш ишелеп уңа.
Бер һүҙле, бер уйлы булған Зөһрә менән Фәнүр Атановтар әле лә Ашҡаҙар ауылының матур парҙарының береһе, өлгөлө һәм ихтирамлы ғаилә.
К.Ишбулдина.
Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас