Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
20 Ноябрь , 14:10

Юлыбыҙҙы яҡтыртыусы...

Әсәйем беҙҙе ярты һүҙҙән аңлай, һәр саҡ ярҙам итергә тырыша. Уның аҡыллы кәңәштәре, күңел күтәрерлек һүҙҙәре беҙгә көс-дәрт өҫтәй. Беҙ әсәйебеҙҙе яратабыҙ, шуға ла һәр саҡ ярҙам итәбеҙ, яҡшы эштәребеҙ менән ҡыуандырып торорабыҙ.

Юлыбыҙҙы яҡтыртыусы...
Юлыбыҙҙы яҡтыртыусы...

Әсәй - донъялағы иң ҡәҙерле иң яҡын һүҙ. Беҙгә һәр саҡ ярҙам итеүсе, терәк булыусы, ярты һүҙҙән аңлап тороусы, гел дә кәйеф булмаған да уны күтәреүсе кеше кем һуң ул?!
Әсәй- донъялағы иң ҡәҙерле иң яҡын һүҙ. Беҙгә һәр саҡ ярҙам итеүсе, терәк булыусы, ярты һүҙҙән аңлап тороусы, гел дә кәйеф булмаған да уны күтәреүсе кеше кем һуң ул?! Әлбиттә, ул- әсәй. Әсәйҙәрҙең йылмайыуы ҡояштан да сағыуыраҡ, ҡарашы айҙан да нурлыраҡ, ҡулдары яҙғы йылы елдән дә йомшағыраҡ, тауышы һандуғас тауышынан да моңлораҡ, һүҙҙәре үтә лә яғымлы, ҡосағы иң йылыһы. Бына ниндәй ул беҙҙең әсәйҙәр!

Минең әсәйем Аҙнағолова Миңниса Рәфҡәт ҡыҙы 1967 йылда Ғафури районы Юлыҡ ауылында донъяға килә. Бәләкәйҙән эшһөйәр, шаян, шуҡ булып үҫә. Атайы һәм әсәйенең,ағаларының алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, терәге була. Әсәйем әлеге көндә мәктәбебеҙҙә ашнаксының ярҙамсыһы булып эшләп йөрөй.Тәмле бешерә, ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй.
Әсәйем миңә донъяның яңы серҙәренә төшөнөргә ярҙам итә,
барыһына ла өйрәтергә тырыша, һорауҙарым ды бер ҡасан да яуапһыҙ ҡалдырмай.
Әсәйем беҙҙе ярты һүҙҙән аңлай, һәр саҡ ярҙам итергә тырыша. Уның аҡыллы кәңәштәре, күңел күтәрерлек һүҙҙәре беҙгә көс-дәрт өҫтәй. Беҙ әсәйебеҙҙе яратабыҙ, шуға ла һәр саҡ ярҙам итәбеҙ, яҡшы эштәребеҙ менән ҡыуандырып торорабыҙ. Әсәй! беҙ тип йәшәгәнең өсөн, беҙҙең янда булғаның өсөн, бөтмәҫ ярҙамың, тәмле аштарың, татлы һүҙең, йомшаҡ ҡулдарың, наҙлы йылмайыуың, йылы ҡарашың, һүнмәҫ һөйөүең өсөн мең рәхмәт. Әсәйем! Һин беҙҙең һәр саҡ юл яҡтыртыусы һүнмәҫ йондоҙобоҙ.

 

Айгүзәл Солтанова.

Автор:
Читайте нас: