Яҡташыбыҙ Даян Солтанғужин – Рәсәйҙең иң яҡшы онкологы
Уҙған ялдарҙа Сочи ҡалаһында “ПроДокторов” порталының Бөтә Рәсәй премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Илдең иң яҡшы табиптары араһында башҡорт егете Даян Солтанғужин "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә уҙғарылған “Иң яҡшы онколог” номинацияһы буйынса Гран-при алды!
“ПроДокторов” порталы илдең 752 меңдән ашыу табибы тураһында мәғлүмәтте берләштерә. Унда теге йә был табиптың ҡайҙа эшләүе күрһәтелгән, пациенттар ошонда уҡ белгестәр тураһында фекерҙәрен асыҡтан-асыҡ яҙып ҡалдыра ала. Даян Баязит улы тураһында әлеге мәлгә 200 самаһы комментарий теркәлгән, араларында бер генә бөртөк тә кире фекер юҡ. Һәр яҙмала кешеләр, ғаиләләр яҙмышы сағыла.
Даян Солтанғужиндың бала сағы Башҡортостандың Йылайыр, Хәйбулла райондарында үткән. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Әбйәлил үҙәк район дауаханаһында башлаған. Әлеге мәлдә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында “Медсанчасть” ойошмаһында эшләй. Яҡташыбыҙҙы оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.