Һәр ауыл иңгә-иң терәшеп, татыу йәшәгән өлгөлө ғаиләләре менән күркәм. Ирәндек ҡуйынына һыйынып ултырған, хозур тәбиғәтле Мерәҫтә лә үрнәк булырҙай ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе—Хафизовтар.
Кемде кемде, әммә ауыл ерендә Рәсәйҙең атҡаҙанған нефетсеһен осратырбыҙ тип һис уйламаған инек. Ғаилә башлығы Урал Шәмсетдин улы 22 йыл Себер тарафтарында «Лукойл» йәмғиәтендә эшләп, шундай мәртәбәле исем алыуға өлгәшкән икән. 55 йәштән хаҡлы ялға китеп, «Хеҙмәт ветераны» булып әле ауылда гөрләтеп донъя көтә. Ауылда мал аҫрап, баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт көтөп йәшәгәндәргә һис ҡасан эш бөтмәй, әммә Урал ағай йорт эше менән генә сикләнмәй, әле «Граф» ял йортонда хеҙмәт юлын дауам итә.
Өфө педагогия училищеһында, унан Магнитогорск университетында психолог һөнәрен алған ҡатыны Сулпан Миңләхмәт ҡыҙы тәүҙә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләһә, унан ауыл хакимиәте башлығы булды. Әлеге көндә Хафизовтар Мерәҫтә «Тәңкә» тигән магазин тота, Баймаҡ ҡалаһындағы йәкшәмбе баҙарында ла үҙ нөктәләре бар.
—Магазинда спиртлы эсемлек һатмайбыҙ, аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары тәҡдим итәбеҙ. 2003 йылдан руль артындамын, Баймаҡтағы сауҙа нөктәһенә үҙем йөрөһәм, ауыл магазинында ике һатыусы эшләй,—ти Сулпан Миңләхмәт ҡыҙы.
Хафизовтарҙың өлгөлө ғаиләһендә Линар, Иҙел исемле малайҙар, Наҙгөл исемле ҡыҙ буй еткергән. Улдары өйләнеп, ата-әсәһенә ҡартатай-ҡартәсәй булыу бәхете бүләк иткән.
Шуныһына иғтибар иттек: Хафизовтар тантаналы сараларға, ҡунаҡтарға бер төҫтән генә кейенә икән. «Ҡыҙыбыҙ Наҙгөл беҙҙе шулай кейенергә өйрәтеп алды»,—тип йылмая Хафизовтар. Күлдәк төҫө генә түгел, маҡсаттары, уй-хыялдары бер күркәм ғаиләнең. Артабан да шулай гармонияла, бер-береһен аңлап, йәштәргә үрнәк булып, тиң ғүмер итергә яҙһын!
Резеда Усманова.