Бик ҡайғылы ҡара хәбәр алдыҡ -
Һәләк булған Луганск ерендә.
Ростовтарҙан барып алыр кәрәк,
Балаҡайын ергә бирергә.
Ҡайғырыштыҡ, әйтер һүҙҙәр ҙә юҡ,
Нисек кенә йәнде имләргә,
Нисек кенә әйтеп бирәһең дә,
Аңлатаһың шуны кемдәргә?
Тик бер мәлдә шылтыраны звонок,
Улы һөйләй! Иҫән! Йә Хоҙа!
Иҫән! Иҫән!.. Яраланған... Иҫән!
Госпиталдә ята, Мәскәүҙә!
Мөғжизәнең мөғжизәһе булды -
Ябай ғына һалдат яҙмышы!
Рәхмәттәре сиктән ашҡанғамы,
Аллаһ Тәғәләнең бирмеше!
Балаҡайың үлемдәрҙән ҡайтҡас,
Артыҡ һүҙҙәр һөйләп торманым,
Ҡара ҡайғыларға көсөң еткәс,
Бәхетеңә сыҙа, туғаным!
Яҡындарын көткән һәр кемгә осрашыу шатлыҡтарын кисерергә насип итһен! ????
ШИҒЫР ҺӘМ ФОТО ИНТЕРНЕТТАН