АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
1 Октябрь , 19:50

Оло йәштә лә дәртле баҫып...

Баймаҡ районының Әмин ауылында йәшәгән Ҡәмәриә Йосопова 88 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ йортонда йәштәрсә донъя көтә. Тәҙрә төптәре шау гөлдәргә күмелһә, баҡсаһында сәскәләрҙең ниндәй генә төрҙәре юҡ!

Оло йәштә лә дәртле баҫып...
Оло йәштә лә дәртле баҫып...

Баймаҡ районының Әмин ауылында йәшәгән Ҡәмәриә Йосопова 88 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙ йортонда йәштәрсә донъя көтә. Тәҙрә төптәре шау гөлдәргә күмелһә, баҡсаһында сәскәләрҙең ниндәй генә төрҙәре юҡ!
Алты бала тәрбиәләгән инәй бөгөн уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә, шатлыҡ- ҡыуаныстарына төрөнөп йәшәй.
Әлбиттә, тормошонда ауыр, ҡатмарлы ваҡыттар ҙа булмаған түгелдер, әммә бар һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, бәхетле ҡартлығын кисергән инәй ул йылдарҙы хәтерләмәҫкә тырыша. Муллаҡай ауылында тыуып үҫкән Ҡәмәриә инәй ишле ғаиләлә бишенсе ҡыҙ бала була. Атаһы һуғышҡа тиклем һәм һуғыш осоронда алыҫтан кәрәсин ташый, уны халыҡҡа таратыр өсөн һәр саҡ Һаҡмар йылғаһы аша кисеп, алып ҡайтыр була. Көҙгө боҙло һыуҙарҙы, яҙғы ташҡындарҙы яланаяҡ кисеп йөрөүҙәр эҙһеҙ үтмәй, уның үпкәһе шешеп, вафат була. Шуға күрә Ҡәмәриә Хөснетдин ҡыҙы атаһын бөтөнләй хәтерләмәй ҙә. Мәктәптә уҡыған саҡта уларға Дан орденының тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаев белем бирә, ҡыҙҙың эшкә шәп, уҡыуға зирәк икәнлеген шунда уҡ күреп һәм артабан белемен дауам итергә кәңәш итә. Әммә Ҡәмәриә инәй 7-се класты тамамлағас та колхозға хисапсы булып эшкә бара. Сибек кәүҙәле, яурындары нығынып тө бөтмәгән ҡыҙ баланың оҫта итеп һанап ебәреүе, һәр эшкә яуаплы ҡарауы етәкселәҙә генә түгел, бергә эшләгән ағай-апайҙары араһында ла хөрмәт уята. Әмин ауылында йәшәгән бер туған апаһына барған саҡта буласаҡ тормош иптәшен осрата, күп тә үтмәй йәштәр өйләнешә. 18 йәше саҡ тулып, кейәүгә сығып, 1955 йылда килен булып төшә һәм ғүмерлеккә Әмин ауылында төпләнеп ҡала. Әле лә иренең нигеҙен һыуытмай, уның тураһындағы яҡты иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлап, балаларының килеүенә тәмле ризыҡтар әҙерләп, ейән-ейәнсәрҙәренә тәмлекәстәр бешереп көтөп ала.
—Бигерәк йәш саҡта шаян булдым,—тип кеткелдәтеп көлөп һүҙ башланы әңгәмәсем.—Балаларымдың атаһы менән дә шуҡлығым арҡаһында танышып киттек. Апайҙарға килгәс, бер аҙ йәш ҡыҙҙар менән бергәләшеп Һаҡмарға һыу инергә бара инек. Ауыл егеттәре лә күренә, улар йылғала булғанда, бер нисәүһенең кейемдәрен бергә бәйләп, алмаштырып ҡуйҙым. Һыуҙан сыҡҡас, кейемдәрен сисә алмай аҙапландылар бит, беҙ шарҡылдашып көләбеҙ, уларҙың йәне көйә. Аҙаҡ ҡунаҡҡа килгән ҡыҙҙың идеяһы икәнлеген белеп ҡалғас, араларының береһе тишерҙәр булып ҡараны ла, әйтер һүҙен дә әйтә алмай, баҙап ҡалды. Мин ни тағы ла шаяртып бер нисә һүҙ ысҡындырҙым да, ҡоралайҙай йүгереп, апайымдарға инеп тә киттем. Артабан танышып киттек, күп тә үтмәй өйләнештек. Тәүҙәрәк иремде шаяртып бер булдым, бесәнгә барғандамы, эштәме, өйҙәме—аҙаҡ үҙе лә минең холҡома күнеп китте шикелле, үҙе лә минән арттырып шаяртырға тотондо. Бик мәрәкәсел, йор һүҙле булды. Ҡәйнә менән дә байтаҡ йылдар бергә йәшәнек, алты бала үҫтерҙек, 16 ейән-ейәнсәрем бар, тик бына ҡартым ғына алдараҡ китеп барҙы. Самауыр ҡайнатып, ҡапма-ҡаршы бер-беребеҙгә ҡарап, сөкөрләшеп сәйҙәр эсер инек, бер ваҡытта ҡыйырһытҡаны, хатта ауыр һүҙ ҙә әйткәне булманы. Татыулыҡта мәхәббәтле ғүмер кисерҙек. Минең клубтан ҡайтып инмәгән саҡтар ҙа йыш булыр ине. Элек ни ауылда округтар араһындамы, эш буйынсамы концерт ҡуйыр инек бит, һабантуйҙарҙан ҡалманыҡ, һәр саҡ үҙебеҙҙең “Хазина” фольклор төркөмө менән призлы урындар яулап ҡайтыла ине. “Ана минең әртисем килә” йәиһә “гастролгәгә китә” тип шаяртып оҙатып ҡалыр, һәр саҡ сәйен ҡайнатып көтөп алыр ине. Бар ине бәхетле мәлдәрем...
Бөгөн дә оло йәштә лә дәртле баҫып халыҡ йырҙарын йырлаған Ҡәмәриә инәй киләсәккә ҙур өмөт менән йәшәй, балаларының шатлыҡ-ҡыуаныстарына төрөнөп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, ауылдаштарына үрнәк һәм хөрмәтле ағинәй булып ғүмер кисерә.

 


Кәримә Усманова.

Автор:
Читайте нас: