АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
27 Сентябрь , 10:55

Беҙҙең баҡса инспекторы

Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуып үҫкән Луиза Фәрит ҡыҙы Сәйетова—бөгөн Сибай ҡалаһында уңышлы эшләп йөрөгән тәрбиәселәрҙең береһе. Тәжрибәне ул Өфө ҡалаһында туплаған.Сибайҙа "Әкиәт" балалар баҡсаһы асылғандан алып коллегабыҙ һөнәренә тоғро ҡалып килә.

Беҙҙең баҡса инспекторы
Беҙҙең баҡса инспекторы

Луиза Фәрит ҡыҙын беҙҙең балалар баҡсаһында ғына түгел, ҡала кимәлендә лә "хәүефһеҙлек инспекторы" булараҡ таныйҙар. Сөнки ул ошо йүнәлештә ентекле һәм күңел биреп эшләй, юл хәрәкәте фажиғаһен булдырмауға иғтибар бүлә, ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырған. Был тәңгәлдә ул даими эҙләнә, уҡый, кескәйҙәргә ябай һәм аңлайышлы итеп юл ҡағиҙәләрен төрлө уйындар ярҙамында
өйрәтеү алымдарын беҙҙең менән уртаҡлаша.
Рухлы, үҙ милләтен яратҡан тәрбиәсе әсә теленә лә иғтибарлы. Бәләкәстәр үҙ телен белеп үҫһен өсөн уларға юл ҡағиҙәләренә бәйле уйындарҙы саф башҡортса өйрәтә.
—Беҙҙең һөнәр эйәләренә тәрбиәләнеүселәргә ҡарата һөйөү генә етмәй, эш һөҙөмтәле булһын өсөн тырышлыҡ кәрәк. Кескәйҙәр
һиңә ылығып торһон тиһәң, уларҙың күңеленә юл яра белеү мөһим. Уйын-дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итеп ойоштороу оҫталыҡ һәм белем талап итә,—ти бик күп төркөм балаларын тәрбиәләп сығарған тәрбиәсе.

Уңған, тырыш, алдынғы тәрбиәсебеҙ ғаиләһе менән дә өлгөлө. Тормош иптәше Илнур Миннихан улы менән бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйҙәр. Хәстәрлекле хужабикә, яғымлы әсәй булараҡ яҡындарының хөрмәтен яулаған.

Коллегабыҙҙың киләсәктә лә бәхете һәр яҡлап бөтөн, эштәре уң булыуын теләйбеҙ.


Әлфиә Вилданова, "Әкиәт" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор:
Читайте нас: