Дошман позицияларын штурмлау ваҡытында Йылайыр районынан бер яугиребеҙ ҡаты яралана. Алған яраларынан ул үҙ аллы хәрәкәт итә алмай, ә ятып ҡалған ялан дошман уты аҫтында була. Ниндәй хәүеф янағанын белә тороп, беҙҙең район егеттәре уны ҡотҡарырға ашыға. Һәм шуның менән улар үҙҙәрен ҡыйыу яугир, ысын дуҫ итеп таныта.
Махсус хәрби операция зонаһында дәүләт бурыстарын үтәү барышында күрһәткән был батырлыҡтары Һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн улар Шайморатов ордены менән бүләкләнде.
Район хакимиәте башлығы менән осрашыу барышында Борис Николаевич Янычар менән Таштур позывнойлы ике яугиргә Шайморатов орденын тапшырҙы.
- Һеҙҙең ҡыйыулығығыҙ менән ғорурланабыҙ! Үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, райондашығыҙҙы, яуҙашығыҙҙы ҡотҡарып ҡалыуығыҙ ҙур хөрмәткә лайыҡ, – тине Борис Николаевич.
Автор фотоһы.