АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
4 Сентябрь , 17:05

Йортон да төҙөгән...

Ир кеше йорт төҙөргә, ағас ултыртырға һәм ул үҫтерергә тейеш. Юлбарыҫ ауылында йәшәүсе Кинйәғол Бикбов быларҙың барыһын да үтәгән.

Ир кеше йорт төҙөргә, ағас ултыртырға һәм ул үҫтерергә тейеш. Юлбарыҫ ауылында йәшәүсе Кинйәғол Бикбов быларҙың барыһын да үтәгән.

Кинйәғол менән Тәзкирә Бикбовтар--ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе. Йорт хужаһы “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә эшләй, коллегалары араһында хөрмәтле. Ә ҡатыны--йорт ҡотон һәм йәмен һаҡлаусы хужабикә. Шулай ҙа һис кенә буш ваҡыты юҡ уның. Мал ҡарап, һыйыр һауып, уларҙы көтөүгә оҙата, ҡош-ҡортон баға, баҡса үҫтерә. Ул арала һөтөн айыртып, ҡаймаҡ-майын әҙерләп, ҡорот-эремсеген баҙарға алып барып һатырға ла ваҡыт таба.

Бикбовтар дүрт бала тәрбәиәләп үҫтергән, әле уларҙың ете ейән-ейәнсәрҙәре бар. Кинйәғол Динислам улы үҙ ҡулдары менән күркәм йорт төҙөгән, беҙ барғанда уны тышҡы яҡтан биҙәкләү эшен башлап ҡына тора ине. Нәҡ шул ваҡытта тап иттек тә инде беҙ уны.

—Ауылдан ҡайҙалыр ситкә китеү теләге бөтөнләй булманы. Ауылымды яратам һәм ошонда йәшәүем менән бәхетлемен,--ти Юлбарыҫ ауылы ир-азаматы.

Бына шундай тырыш һәм уңған, тыуған ауылын яҡын күргән, атай нигеҙен ташламаған ғаилә менән нисек һоҡланмайһың?!

Кәримә Усманова.

Автор:
Читайте нас: