Никита 2013 йылдан алып хәрби хеҙмәттә йөрөй. Ул бала саҡтан уҡ яуаплы, илһөйәр булыуы менән башҡа тиҫтерҙәренән айырылып тора. Егет хәрби хеҙмәтте ғүмерлек һөнәри итеп һайлаған һәм 11 йыл дауамында антына тоғро ҡалған.
-Ҡыйыу яҡташыбыҙҙы юғары исемгә лайыҡ булыуы менән барлыҡ райондаштар исеменән ысын күңелдән ҡотлайым! - тип яҙҙы социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Гвардия десант-һөжүм итеү полкының парашют-десант взводы командиры лейтенант Никита Петров махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән, йәғни 2022 йылдың 24 февраленән әүҙем ҡатнаша.
2023 йылдың июнендә уның взводы Луганск халыҡ республикаһында хәрби ҡағылыу линияһында дошмандың терәк пунктын уңышлы баҫып ала. Хәрбиҙең ҡыйыулығы һәм стратегик фекерләүе һөҙөмтәһендә мөһим разведка мәғлүмәттәре табыла, ул киләсәктә һөжүмдең уңышын тәьмин итә.
2023 йылдың авгусында Никита Петров, разведка өсөн квадрокоптер ҡулланып, дошмандың ике диверсион-разведка отрядының хәрәкәтен аса. Ул 9 неонацисты юҡ итә һәм икәүһен әсирлеккә ала. Һөҙөмтәлә штурмлау төркөмө 2 пикапты, дошмандың әллә күпме тере көсөн юҡ итә, 2 неонацисты әсирлеккә ала. Был һуғышта офицер Никита Петров Украина ҡораллы көстәренең 6 хәрби хеҙмәткәрен юҡ итә.
2023 йылдың авгусынан октябренә тиклемге осорҙа уның взводы дошмандың һөжүмен туҡтауһыҙ кире ҡағыуға өлгөшә. Офицерҙың оҫта етәкселек итеүе һөҙөмтәһендә 3 танк, 4 хәрби бронялы машина һәм Украина ҡораллы көстәренең 50-нән ашыу хәрби хеҙмәткәре юҡ ителә.
Хәйбулланың ҡыйыу улын юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Ошондай егеттәребеҙ булғанда еңеү беҙҙең яҡта булырына шик юҡ!