-Ҡаты яралыларҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалыу өсөн тырыштыҡ. Медицина ярҙамына мохтаждар бик күп, ундайҙарҙы күреү шул тиклем ауыр. Араларында билдәһеҙ булғандар бар. Уларҙың яҡындарын табышырға ярҙам иттек.
-Беҙ унда булғанда даими рәүештә Сибайҙан гуманитар ярҙам килеп торҙо. Ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев шәхсән ылау оҙатып килеп, беҙгә күстәнәстәр индереп китте.Үҙәк дауахана коллективынан посылкалар туҡтауһыҙ килде. Барыһына ла ҙур рәхмәт!—тине Вәсилә Шаһыбалова.
Әйткәндәй, ялында Вәсилә Шаһыбалова Сибай ҡала хакимиәтендә булып, Азамат Юлдашбаев менән дә осрашырға форсат тапты. Башлыҡ ҡыйыу ҡатынды намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Шәфҡәт туташтары ялдарын ғаиләһе, дуҫтары, яҡындары менән уҙғарырға тырыша. Гүзәл заттарға көс-дәрт тупларға кәрәк. Ни тиһәң дә, алғы һыҙыҡта ҡайһы саҡ тәүлек буйына эшләргә тура килә. Башҡаса мөмкин дә түгел, сөнки яу яланында көн, төн тигән төшөнсә юҡ.
Унан уларҙы киләһе командировка көтә. Вәсилә Ирмәк ҡыҙы алғы һыҙыҡҡа сентябрь урталарында юлланһа, Екатерина Владимовна август аҙағында уҡ махсус хәрби операция биләмәһенә китте.
Гөлдәр Ҡадаева.