Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү эшенә индергән шәхси өлөшө өсөн Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Тотманов ошондай юғары наградаға лайыҡ булды.
Тормош иптәше Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы менән бергә улар һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерә. Был дуҫ һәм татыу ғаиләлә ата-бабалар йолаларын хөрмәт итәләр һәм һаҡлайҙар. Тотмановтар ҙур ғаилә менән бергә йыйылһа, үҙҙәренең генә билдәләнгән байрамдары бар. Рөстәм Мөхтәр улы менән Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Тотмановтарҙың йортонда хөкөм һөргән мөхит, мөхәббәт һәм ихтирам, бер-береһенә һәм балаларға ҡарата йылы мөнәсәбәт – уларҙың бәхетле ғаилә тормошоноң нигеҙе.
Почетлы награданы – «Атай ҡаһарманлығы» миҙалын Рөстәм Мөхтәр улына Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Зәкир улы Байғусҡаров тапшырҙы һәм ныҡлы ғаилә төҙөп, тәрбиәле балалар үҫтереп йәшәгән Тотмановтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Рөстәм Мөхтәр улын маҡтаулы награда алыуы менән беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ һәм ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ!