2025 йылда илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйәсәк.Был көндө ҡаршы алырҙай һуғыш һәм тыл ветерандарыбыҙ бөтөнләй ҡалманы, тип әйтерлек. Мәҫәлән, Төйәләҫ ауылында һуңғы тыл ветераны үткән йыл Еңеү көнө алдынан ғына вафат булып ҡалды. Һуғыш һәм тыл ветерандары булмағас, күңелде аңлата алмаҫлыҡ һағыш баҫа, бер йырҙа йырланғанса, "...Бушап ҡалды был донъялар".. Сибайға күсеп килгәс, бәхетемә, минең менән бер йортта һуғыш ветераны йәшәгән икән: КОПЫЛОВ АНАТОЛИЙ ГЕОРГИЕВИЧ. Көн дә йөрөргә (прогулка) сыҡҡанда, осрашабыҙ: маршрутыбыҙ бер яҡҡа ине. Хушлашҡанда, хәрбиҙәрсә, тура баҫып, ҡулын күтәреп: "Здравия желаю!", - тип әйтеп ҡайтып китә ине... Бына бер йыл инде ул сығып йөрөй алмай. Үткән йыл, 20 август көнө, уны тыуған көнө менән ҡотлап сыҡҡанда:. "Алла бирһә, икенсе йыл да ҡотларға яҙһын",- тип теләгәйнем, теләгем ҡабул булды.
Кисә Анатолий Георгиевичҡа 98 йәш тулды.
Бер үҙем генә барғансы, тип, ҡаланың "Һуғыш балалары" ойошмаһы етәксеһе, һуғыш һәм тыл ветерандарын, һуғыш балаларын ихтирам, иғтибарҙан ҡалдырмай, ҡурсалап, бар булмышын уларға бағышлап йәшәгән Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитоваға әйтеүем булды, ҡыуанып риза булды. Фәниә Зәйнулла ҡыҙы аша Денис Андреевич Назаров та Анатолий Георгиевичҡа бүләк ебәрҙе.
Беҙҙең яҡтан булған ихтирамға, иғтибарға, бүләктәргә күңеле булып, ҡыуанып ултырып ҡалды ветеран... Тағы ла бер йырҙа әйтелгәнсә,
" ...Бәхет өсөн күп тә кәрәк түгел..."
Анатолий Георгиевичтың 100 йәшен дә билдәләргә яҙһын Хоҙай. Уның миңә гел әйткән һүҙҙәрен үҙенә йүнәлтәм: "ЗДРАВИЯ ЖЕЛАЮ, АНАТОЛИЙ ГЕОРГИЕВИЧ!!!"
-4 °С
Болотло