АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
14 Август 2024, 04:30

Ғүмерен типографияға арнаған

Сибай мәғлүмәт үҙәге типографияһы хеҙмәткәре Рафаэль Мәхмүтов эше менән ҡәнәғәт, коллективтары менән дә бер ғаилә һымаҡ эшләй. Тырыш хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығының, Сибай ҡала хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән баһаланған.

Ғүмерен типографияға арнағанҒүмерен типографияға арнаған
Ғүмерен типографияға арнаған

Типографияға арналған ғүмер

Теүәл 10 йыл инде Сибай типографияһы тупһаһын тапайым. Йыл һайын тигәндәй Урал аръяғы ауылдары тарихы, арҙаҡлы яҡташтар тураһында китаптар сығарам. Был коллективта үҙ кеше булып киттем, шикелле. Бында эшләгәндәр араһында татыулыҡ, бер-береңә ярҙамлашыу ғәҙәти күренешкә әүерелгән. Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры Абдрафиҡов Булат Кәшфулла улы хеҙмәткәрҙәренә ҡарата итәғәтле, иғтибарлы, бер ҡасан да тауыш күтәргәнен ишеткәнем юҡ.

Бөгөнгө мәҡәләмдә типографияла 34 йыл гәзит һәм китап баҫыусы булып эшләгән Мәхмүтов Рафаэль Ғизмитдин улы тураһында бәйән итмәксемен. Ул 1969 йылдың 1 июлендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Үкенескә күрә, уға 1 йәш булғанда атаһы мәрхүм булып ҡала, шуға ул ҡәҙерлеһен бөтөнләй хәтерләмәй. Әсәһе Илсебәкова Гөлшат Әбделхай ҡыҙы Түбә ҡасабаһынан. Рафаэлдең бер туғандары--Динара һәм Райхана апайҙары Мәләүез ҡалаһында йәшәй, һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар.

Икенсегә әсәһе Бикеев Сәмиғулла Шәрифулла улына тормошҡа сығып, унан өс ул таба. Улар Ҡолсора ауылында йәшәгән, Сәмиғулла Шәрифулла улы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың партком секретары булып эшләгән. Унан Баймаҡҡа күсәләр, сөнки ул райком тарафынан райондың "Октябрь байрағы" гәзитенең редакторы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Рафаэлде үгәй атаһы үҙ улындай күрә, ул да уға атай тип өндәшә. Ләкин олатай-өләсәһе уны үҙҙәрендә үҫтерергә теләй, шуға ла үҫмер 7-се класты Түбә ҡасабаһында уҡып бөтә. Класс етәксеһе Әбсәләмов Мөхәмәт Зиннәт улын һаман да яҡшы тойғолар менән хәтерләй. Урта белемде Баймаҡ интернатында ала.

Артабан уҡыу теләге уны Өфө ҡалаһындағы 45-се урта махсус-техник училищеһына алып килә. Бер йылдан һуң "Үткәрмә элемтә аппаратураһы монтажнигы" тигән һөнәргә эйә булып, диплом алып ҡайта. Күп тә үтмәй, әрме сафына саҡырыла һәм ике йыл төҙөлөш ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп, Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй. Район элемтә бүлегендә эшләп ала. Атаһының элек Баймаҡта бергә эшләгән дуҫы (редакция менән типография бер йәмәғәт ойошмаһына ҡарай торғайны), ул ваҡытта Сибай типографияһы директоры Хәлитов Азат Ибраһим улының саҡырыуы буйынса 1990 йылда типографияға эшкә килә. Йүнәлтмә буйынса Тула ҡалаһында өс айлыҡ курста "Полиграфия йыһаздарын көйләүсе" тигән һөнәр алып ҡайта.

Өс йыл полиграфия йыһаздарын көйләүсе булғандан һуң офсет баҫыусыһы итеп күсерәләр һәм шунан алып 30 йылдан ашыу гәзит һәм китаптар баҫа. Остаздары Байғусҡаров Рәйес, Ишназаров Урал, Косенко Леонид, Дәүләтбаев Ришат уны һөнәрҙең нескәлектәренә өйрәтә. "Сибайский рабочий", "Атайсал", "Кому что?", "Баймаҡ районының "Һаҡмар", "Баймакский вестник", Йылайыр районының "Ауыл уттары", "Зилаирские огни", Хәйбулла районының "Хәйбулла хәбәрҙәре", "Хайбуллинские вести" гәзиттәрен баҫа. Һәр саҡ улар ваҡытында сығып, уҡыусыларҙы ҡыуандырып тора. Беркетелгән техниканы Рафаэль гел ҡарап, көйләп тора. Бер ҡасан да гәзит сыҡмай ҡалғаны булмай. Һуңғы ваҡытта Урал аръяғы райондары гәзиттәре Белоретта баҫтырыла. Ә Сибай типографияһында былай ҙа эштәр етерлек. Хәҙер китап баҫтырыусылар һаны артҡандан арта бара. Кемдер ауылдар тарихын, кемдер арҙаҡлы шәхестәр, шәжәрә һәм башҡаһы тураһында китаптар яҙа. Ғалимдар, уҡытыусылар, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре төрлө ғилми хеҙмәттәр, дәреслектәр, ҡулланмалар баҫтыра.

Рафаэль Мәхмүтов эше менән ҡәнәғәт, коллективтары менән дә бер ғаилә һымаҡ эшләй. Тырыш хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығының, Сибай ҡала хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән баһаланған.

Рафаэлдең шәхси тормошо ла ыңғай. Хәйбулла районы Подольск ҡасабаһынан Йосопова Гөлназ Әмир ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Кәләше 1998 йылда Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының педагогика факультетын тамамлаған, «Аҡһылыу» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Төп эшенән бушағанда күңелле итеп мәжлестәр алып бара, ике телдә лә йырлай, уйындар ойоштора.

Ғаиләлә ике бала үҫә. Улдары Арсланға--17 йәш, ул Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейын тамамлаған. Балалар ижады үҙәгендә балалар телестудияһында күнекмәләр алып барған, Сибай телевидениеһында сығыштар яһаған. Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында халыҡ музыка инструменттары бүлегендә белем ала. Данлыҡлы диктор Әхәт Мортазин исемендәге конкурста 1-се урын яулаған. Ҡыҙҙары Алтынай Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбендә 2-се класта уҡый, шул үк ваҡытта балалар сәнғәт мәктәбенә бейеүгә йөрөй. Мәхмүтовтар шәхси йорттарында йәшәй, балалары эшкә өйрәнеп үҫә. Йәйен-ҡышын ял көндәрендә ҡырға сығып ял итергә яраталар, ғаилә менән Төркиәгә барып ҡайтҡандар.

Рафаэль Ғизмитдин улы хәстәрлекле ғаилә башлығы. Китаптар уҡырға ярата, сәләмәт тормош алып бара. Ҡалала Ғаилә йылы сиктәрендә уҙғарылған барлыҡ сараларҙа Мәхмүтовтар әүҙем ҡатнаша.

Ғалимдар фаразлауынса, китап беҙҙең көнкүрештән тиҙ юғалмаясаҡ. Шуға күрә лә, мәҡәләм геройының хеҙмәте әле кәрәк, әле халыҡ уға мохтаж, тимәксемен. Ғүмеренең ике 5-лек үренә аяҡ баҫҡан Рафаэль Мәхмүтовҡа эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, татыулыҡ, һаулыҡ теләйек!

Ирек Бикмәтов, йәмәғәт хәбәрсеһе.

 

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас