АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
24 Июль , 16:55

Ашнаҡсы бәхете— балалар рәхмәте

Республика мәктәптәрендә уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуҙы яҡшыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Һуңғы осорҙа был мәсьәләгә власть яғынан да иғтибарҙың артыуы күҙәтелә. Күп белем усаҡтарында уҡыусыларҙың туҡланыуы асыҡтан-асыҡ ойошторола: һәр ата-әсә, мәктәп ашханаһына килеп, балаларҙы туҡландырыу барышы менән таныша ала. Ул шулай уҡ уҡыу йорто ашханаһының стендына йәки мәктәп сайтына ҡуйылған меню, йәғни ризыҡтар исемлегенең ысынбарлыҡҡа тура килеү-килмәүен тикшерә, балаларға әҙерләнгән аш-һыуҙы тәмләп ҡарай ала.

Ашнаҡсы бәхете— балалар рәхмәте
Ашнаҡсы бәхете— балалар рәхмәте

Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай башланғыс мәктәбендә ни бары һигеҙ уҡыусы белем ала.
Мәктәп янында балалар баҡсаһы ла эшләй. Уҡыусыларҙың һәм кескәйҙәрҙең сәләмәт туҡла-ныуына ашнаҡсы Лилиә апайҙары яуаплы. Лилиә Сирбаева икенсе йыл рәттән күрше ауылдан Үрге Яйыҡбайға йөрөп эшләй.
—Беҙҙең ашханала мәктәп балаларына ғына түгел, ә балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәр өсөн дә бешерелә. Көндәлек меню балалар өсөн бөтә талаптарға ярашлы итеп төҙөлә. Мәктәптә туҡланыу сифатлы һәм файҙалы булырға тейеш, тигән ҡағиҙәнән ситкә тайпылмайбыҙ. Ике аҙналык меню төҙөлә, ул бик бай, төрлөләндерелгән булыуы ме-
нән балаларға оҡшай. Улар беҙ бешергән ризыҡтарҙы бик яратып ашай, уларҙан ҡалған буш тәрилкәләрҙе күреү–беҙҙең эшкә үҙе ҙур баһа,—ти Лилиә Рафиҡ ҡыҙы.
Балаларҙы тәмле ризыҡтары менән һәр көн ҡыуандырған ашнаҡсы Лилиә Сирбаева барҙа,
ата-әсәләргә һис тә борсолорға кәрәкмәй.

К.Ишбулдина.

Автор: