Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
11 Июль , 09:40

Яҡташыбыҙға - маҡтаулы исем

Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы директоры Замир Йәнтүринға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Яҡташыбыҙға - маҡтаулы исем
Яҡташыбыҙға - маҡтаулы исем

Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы директоры Замир Йәнтүрин махсус хәрби операция биләмәһендә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә ҡатнаша. Мәскәү һабантуйында ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

– Награданы тап илебеҙҙең баш ҡалаһында милли һабантуй байрамында алыу минең өсөн икеләтә ҡыуаныслы. Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Бөгөн халҡыңдың, айырыуса үҫеп килеүсе быуындың мәҙәниәтен һәм тарихын белеү мөһим, – тине Замир Таһир улы.

 

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Нурзиә Хәсәнова.

Автор: