Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Июль , 10:20

Хат ташыусы Миңлегөл

Кемгәлер--хат, берәүҙәренә гәзит-журнал, икенселәренә көндәлек кәрәк-яраҡ ташыған почтальонды һәр йортта ихлас ҡаршылайҙар. Араларҙы яҡынайтыусы, һәр ауылға рухи күпер һалыусы, халыҡҡа яратҡан баҫмаларын таратыусы почтальон хеҙмәте элек-электән иң абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе һаналған. Һуңғы ваҡытта күптәр ваҡытлы матбуғатты алдырмай, шуға күрә хат ташыусыларҙың хеҙмәте нимәгә ул, тип тә аптырайҙыр. Әммә улар тәрән яңылыша. Бигерәк тә бөгөн ауыл ерендә почтальон көтөп алынған кешеләрҙең береһе.

Хат ташыусы Миңлегөл
Хат ташыусы Миңлегөл

Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылы почта ташыусыһы Миңлегөл Латыпова был һөнәрҙе үҙ итеүенә күп тә түгел, әммә халыҡтың ышанысын яулап өлгөргән. Ҡолсора ауыл биләмәһенә ҡараған өс ауылды хеҙмәтләндерә ул: Ҡолсора, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис ауылдары инә. Бөгөн ул “тимер ат”ты йүгәнләгән, гәзит-журналдарҙы үҙ машинаһы менән ташый, сөнки һәр ауылға йәйәү йөрөү еңелдән түгел.

--Кешеләр менән аралашырға яратҡас, эшем дә оҡшай . Халыҡ гәзит-журналдар алдырмай тип әйтеп булмай, һәр кем үҙ зауығына һәм күңеленә оҡшаған ваҡытлы матбуғатҡа яҙыла, ә беҙҙең төп бурыс--уларҙы ваҡытында таратыу. Һәр кемдең яратҡан гәзит-журналын ҡулына тоттороп, яҡшы хәбәрҙәрҙе алып барып еткерһәм, минең өсөн иң ҙур бәхеттәрҙең береһе. Иң мөһиме: мине һәр урында кешеләр көтә,--ти Миңлөгөл Әмирхан ҡыҙы.--Ҡолсора ауылынан Салауат Мәхәмәтшин элек-электән иң күп гәзит-журналдарға яҙыла, шулай уҡ Айгөл Мусина ла ваҡытлы матбуғатты күпләп алдырыусыларҙың береһе.

Һөнәри байрамдары алдынан “Атайсал” гәзитенең яҡын дуҫтарын байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Артабан да бергә эшләргә, халыҡҡа рухи аҙыҡ таратыуҙа, уларға шатлыҡ һәм ҡыуаныс бүләк итеүҙәрен теләйбеҙ! Һеҙ--беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙ, рухи таянысыбыҙ! Байрамығыҙ менән!

Кәримә Усманова.

Автор:
Читайте нас: