АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
4 Июль , 12:00

Хөрмәткә лайыҡ егеттәр!

Уларҙың барыһы ла күп балалы атай...

Хөрмәткә лайыҡ егеттәр!
Хөрмәткә лайыҡ егеттәр!

Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан егеттәр менән Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов даими осрашып тора. Был юлы ла улар осрашып, мөһим мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште.

--Волк, Чибис, Вини ҡушаматлы яугирҙәр менән күрештем. Улар ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан. Хәрби хеҙмәт, көнкүреш шарттары, гуманитар ылау һәм башҡалар хаҡында һөйләштек. Уларҙың барыһы ла күп балалы атай, лайыҡлы хеҙмәт итәләр, өйҙә улар менән ғорурланалар һәм көтәләр. Беҙ ҙә ғорурланабыҙ! Улар мыжымай һәм аҙаҡҡаса барырға риза. Барыһына ла ҡыйыулыҡтары, батырлыҡтары өсөн рәхмәтлебеҙ! Нәҡ улар--райондың, республиканың ғорурлығы, йәш быуын өсөн үрнәк. Намыҫ менән хеҙмәт итәләр, Ватанды һаҡлайҙар, ата-бабаларҙың данлы юлынан лайыҡлы баралар. Беҙ иһә уларға һәр яҡлап ярҙам итергә, тыл һаҡларға әҙербеҙ. Яҡташтарға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!--тип яҙа социаль селтәрҙә Рөстәм Шәрипов.


Автор:Резеда Валиева