Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
1 Июль , 10:15

Һөйөндөрҙө Һөйөндөков!

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицей уҡыусыһы Фәнис Һөйөндөков—берҙәм дәүләт имтиханында ике фәндән 100 балл йыйған иң тәүге уҡыусыларҙың береһе.

Һөйөндөрҙө Һөйөндөков!
Һөйөндөрҙө Һөйөндөков!

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге лицей уҡыусыһы Фәнис Һөйөндөков—берҙәм дәүләт имтиханында ике фәндән 100 балл йыйған иң тәүге уҡыусыларҙың береһе.
Фәнис математика һәм физика фәндәренән юғары баһаға өлгәшкән. Шулай уҡ рус теленән дә һөҙөмтәләре яҡшы--83 балл йыйған.
Бынан алдараҡ егет М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында физика буйынса олимпиадала еңеү яулап, унда ла 100 балл йыйғайны. Фәнис Һөйөндөков уҡыуҙа ғына түгел, спортта ла әүҙем: ул өҫтәл теннисы буйынса спорт мастерлығына кандидат.
—Мин башланғыс кластарҙан алып математика менән шөғөлләндем. Математика уҡытыусыһы Айгөл Салауат ҡыҙы менән бергә әҙерләнә инек, аҙаҡтан физика менән дә ҡыҙыҡһына башланым. 11-се класта олимпиадаларҙа һәм берҙәм дәүләт имтиханында үҙемде ышаныслы тотоу өсөн онлайн-мәктәптә математика һәм физика буйынса курстар һатып алдым. Йыл уңышлы булды, 6 олимпиаданан диплом алдым, имтихандарҙан 100 балл йыйыуға ирештем. Уҡыусыларға шуны әйтер инем: дәүләт имтихандарына әҙерлекте йыл башынан үк башлағыҙ, хәҙер үҙаллы өйрәнеү өсөн дә интернетта төрлө юлдар бар, тик тырышлыҡ ҡына кәрәк,--ти киләсәктә Мәскәү институтында уҡыуын дауам итергә теләүсе Фәнис Һөйөндөков.
Әле ул имтихандарҙан бер аҙ арынып, ғаиләһе менән йәмле Талҡаҫ күлендә ял итеп ҡайтҡан. Водитель таныҡлығы алыр өсөн уҡып та йөрөй. Әйткәндәй, Фәнис Һөйөндөков биш бала тәрбиәләүсе ишле ғаиләлә тыуып-үҫкән. Атаһы Илгиз Варис улы Һөйөндөков--Сибай институтының тәбиғи һәм математика факультеты деканы, биология фәндәре докторы. Бына ҡайҙан килә ул теүәл фәндәргә ҡарата һөйөү?! Ни тиһәң дә, алма ағасынан алыҫ төшмәй шул...
Афарин, Фәнис! Хыялдарың тормошҡа ашһын, артабан да уңыштар юлдаш булһын!


Кәримә Усманова.

Автор: