Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
28 Июнь , 12:50

Депутатыбыҙҙың ҡулы асыҡ

Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Андреевич туған ҡалаһы, Урал аръяғы өсөн бик күп эшләгән йәмәғәт эшмәкәре. Ул даими рәүештә “Атайсал”, “Ватан көсө” проекттары сиктәрендә төбәк халҡына ярҙам итә, төбәк үҫешенә тос өлөш индерә. Һуңғы эштәрен генә әйтеп үткәндә, тап уның көсө, ярҙамы менән Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге заманса төҫ алды. Хәҙер унда бик күп мәҙәни саралар, осрашыуҙар үтә. Денис Назаров “Атайсал” гәзите ойошторған күп кенә конкурстарҙа бағыусы булараҡ сығыш яһай. Яңы тамамланып торған 2-се ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылыу кампанияһы барышында ла 58 кешегә “Атайсал” гәзитен яҙҙырҙы.

Депутатыбыҙҙың ҡулы асыҡ
Депутатыбыҙҙың ҡулы асыҡ

Улар араһында оло йәштәге кешеләр, ауыр тормош хәленә тарыусылар, физик мәмкинлектәре сикле оло йәштәгеләр, һуғыш осоро балалары бар. 

Денис Андреевичҡа ҡылған барлыҡ изге эштәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Эшендә уңыштар, ғаилә бәхете, именлек теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: