АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
28 Июнь , 12:45

Башҡортостан яугирҙәре яуҙа яраланған иптәштәрен ҡотҡарған

Йылайыр районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығы Указы менән генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. «Меладзе», «Турист» һәм «Фунтик» позывнойлы яугирҙәр яу яланынан яраланған иптәштәрен эвакуациялағанда күрһәткән ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн билдәләнде. Был хаҡта муниципалитет хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итә.

Борис Мелкоедов хәрбиҙәр менән осрашып, лайыҡлы наградаларын тапшырҙы.

«Батырлығығыҙ өсөн рәхмәт. Егеттәргә ныҡлы һаулыҡ, тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем. Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ», —  тигән теләктәрен еткерҙе Борис Мелкоедов.

«Ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаған яугирҙәребеҙгә сикһеҙ рәхмәтлемен. Беҙ уларҙың фамилияларын беләбеҙ. Улар әле генә яу урынынан сыҡты. Яҡташтарыбыҙ менән барыһы ла һәйбәт», — тип хәбәр иткәйне быйыл яҙ Йылайыр районы хакимиәте башлығы.

Автор: