Тәрбиәселәрҙе тәбрикләү сараһы Өфөлә үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм грант еңеүселәренә уңыштар теләне.
--Башҡортостан--йәш тәрбиәселәргә ярҙам күрһәткән берҙән-бер төбәк. Тәрбиәселәрҙең еңел булмаған, әммә мөһим булған эшенә баһа биреү һәм рәхмәт әйтеү мөмкинлеге бар,--тине Башлыҡ сығышында.
һуңғы биш йылда Башҡортостандың 36 балалар баҡсаһынан конкурс еңеүселәре йәмғеһе 180 миллион һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан, грант алыуға өлгәшкән.
Конкурста 151 йәш белгес ҡатнашҡан. 50 педагог еңеү яулаған һәм һәр береһе 500 мең һум алыуға өлгәшкән. Улар араһында Сибай ҡалаһы тәрбиәселәре бар. Улар - "Ләйсән" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәйлә Яҡшығолова һәм "Тирмәкәй" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Дилә Мәғәфүрова.
Әйткәндәй, гәзитебеҙҙең быйылғы 8-се һанында Дилә Мәғәфүрова хаҡында һүрәтләмә сыҡҡайны. Ул балалар баҡсаһында "Кондитер" түңәрәге алып бара һәм уны балалар бик ныҡ ярата.