АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
20 Июнь , 09:45

Эшләмәй ул, ижад итә!

Тыуған ерҙән йыраҡҡа китмәй һөнәр алып, эш башлап, өҫтәүенә үҙ шөғөлдәренән килем алған йәштәр һәр саҡ һоҡландыра. Улар хаҡында ҡабат-ҡабат һөйләге, башҡаларға үрнәк итеп ҡуйғы килә. Бөгөн шундайҙарҙың береһе—Винер Ишбулатов хаҡында һүҙебеҙ.

Эшләмәй ул,  ижад итә!
Эшләмәй ул, ижад итә!

Винер Вәхит улы сығышы менән Баймаҡ районы Темәс ауылынан. Өс ул үҫтергән Ишбулатовтар ғаиләһендә уртансы малай булып буй еткерә. Ауылда урта белемде алғандан һуң Башҡорт дәүләт аграр университетында инженер һөнәрен үҙләштерә. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп, Ульяновск ҡалаһында һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң бер аҙ баш ҡалабыҙҙа эшләп ала. Унан Сибай ҡалаһына килеп төпләнә. Тәүҙә “Башҡортостан электр селтәрҙәрен бүлеп биреү” (“Башкирэнерго”) йәмғиәтендә инженер-энергетик булһа, әҙерлек курсы үткәндән һуң, уға селтәрҙәр менән идара итеү үҙәгенең өлкән диспетчеры вазифаһын йөкмәтәләр. 4-се йыл ошо яуаплы хеҙмәттә намыҫлы эшләй ул.
—Эшем сменалы. Ял көндәрен бушҡа үткәрмәҫ өсөн тимер эшенә тотондом. Тәүҙә ҡапҡалар эшләнем. Унан тракторҙарға тырма әҙерләүгә тотондом. Заказдар күп ине. Өлгөрә алмау сәбәпле, был эште ситкә ҡуйҙым. Унан мунса өсөн мейестәр, төрлө ҙурлыҡтағы бактар, ҡумталар, станоктар, мангалдар эшләй башланым. Таш быса торған станокка һорау ҙур булып сыҡты. Әле килеп чан (кеше төшөп йыуына торған ҙур ҡаҙан тиергә лә була—редакция) эшләнем. Бер ҡайҙа ла реклама бирмәйем. “Йүкә телефоны” шәп эшләй, кешеләр бер-береһенән ишетә, заказ бирә,—ти Винер.
Оҫта ҡуллы егеткә был шөғөлдө бер кем өйрәтмәгән. Хатта интернет киңлегенән видеояҙмалар ҙа ҡарап ултырмай икән. Бары тик үҙ күҙҙәре менән күргәнде эшләй.
—Үҙем проект эшләйем, үҙем иретеп-йәбештерәм. Кәрәкле материалдарҙы Өфөнән, Магнитогорскиҙан алам. Иң башта кәрәкле эш ҡоралдары туплап алдым, яйлап эш башланым. Ҡул һелтәгән саҡтар ҙа булғылай. Әммә күңел ошо шөғөлгә тартып тик тора. Оҡшай үҙемә. Еңел эш түгел, әммә тырышһам бер мейесте ике көндә әҙерләйем. Чанға, мәҫәлән, 2 ай ваҡыт китте. Уны Ырымбур тарафтарына оҙаттым. Заказды бөтә Рәсәйҙән бирәләр,—ти оҫта.
Винер Вәхит улының төп эштән һуң баш баҫып эшләр оҫтаханаһы бар. Шунда ул төрлө проекттарын һыҙа, уйлай, ҡырҡа, иретеп-йәбештерә. Хатта еңел булмаған был эшенә юғары сәнғәт өлгөһөнә ҡарағандай ҡарай һәм ул “эшләйем” тимәй, ә ижад итәм тип һөйләй. Ысынлап та, ул күңелен һалып башҡара. Мейестәре, чандары, ҡапҡалары бик ыҡсым, матур килеп сыҡҡан.
—Винер, заман ир-егеттәре хаҡында һүҙ сыҡһа, ниңәлер айлап вахтала йөрөгән, унан айлап тик ятҡан, “байрам иткән”, балыҡ тотҡан ирҙәр күҙ алдына килә. Ә һин үҙ еребеҙҙә эшләйһең, ялыңда ла ял итмәй тағы эшләйһең… Тимәк, алама ғәҙәттәрҙе ситкә ҡуйғанда ҡырға китмәйенсә лә йәшәп буламы?
—“Елкә” кәрәк инде. Күҙ ҡурҡа ул, ҡул эшләй. Ҡулың эш белһә, һәр нәмәнән килем алырға була. Балыҡ тигәндәй, мин күптән инде балыҡҡа йөрөгәнем дә юҡ, ваҡытым тығыҙ. Аҙ ғына бушаһам, тыуған ауылға ҡайтам. Унда минең йылҡым бар. Ҡыштарын ата-әсәйем ярҙам итһә, йәйҙәрен аттар ҡырҙа. Бесән мәле етһә, бесән эшләйем. Техника бар, дуҫтар ярҙам итә,—ти Винер Ишбулатов.
Тырыш, алдынғы ҡарашлы, булдыҡлы, махсус хәрби операциялағы яҡташтарға ярҙам йөҙөнән мейестәр ебәргән мәрхәмәтле егет-кә ҡарап: “Бар икән дә йүнсел егеттәребеҙ!”—тип һоҡланырға һәм уңыштар теләргә генә ҡала.

 


Резеда Усманова.


Һүрәттә:
Винер Ишбулатов станок янында;
оҫта үҙе эшләгән чан.

 

МӘҠӘЛӘНЕ, АВТОРҘЫҢ ҺӘМ РЕДАКЦИЯНЫҢ РӨХСӘТЕНӘН ТЫШ, БАШҠА САЙТТАРҒА АЛЫУ ТЫЙЫЛА.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: