--Күптән түгел тәрән ҡайғы тойғоһо менән беҙ хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙҙы, Мәһәҙиев Илдус Рәфҡәт улын, һуңғы юлға оҙатҡайныҡ.
Бөгөн уның иҫтәлегенә Күгиҙел ауылында мемориаль таҡтаташ астыҡ.
Офицер, яугир-интернационалист махсус хәрби операцияға Тыуған ил саҡырыуы буйынса юллана. Ул мотоуҡсылар полкы составында взвод командиры булып бер йылдан ашыу намыҫлы хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттә Генерал Шайморатов, икенсе дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Неонацизм, коллектив көнбайыш көстәре менән барған аяуһыҙ көрәштә Илдус Рәфҡәт улы батырҙарса һәләк була. Яу яланында үҙен аямай күрһәткән ҡыйыулығы өсөн ул, үлгәндән һуң, Ҡаһарманлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән наградлана.
Ауылдаштары хәтерендә йор һүҙле, изге күңелле, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусан булып, һаҡланыр.
Мәрхүмдең ғаиләһенә, бөтә туғандарына Аллаһы Тәғәлә түҙемлек, сабырлыҡ бирһен!--тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.