Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы биләмәһенә Әбделкәрим, Ҡыуат, Алғаҙы ауылдары ҡарай. Бында 125 өй булһа, унда 715 кеше йәшәй. Әбделкәримдә 11 йыллыҡ мәктәп тә, медицина пункты ла, мәҙәниәт йорто ла бар. Шәхси эшҡыуарҙарҙың магазиндары эшләп тора. Тәү ҡарамаҡҡа төпләнеп йәшәү өсөн барыһы ла бар кеүек. Тик эш мәсьәләһе генә ҡырҡыу тора. Шулай ҙа ауылда ҡалған, ғаилә ҡорған йәштәр бар. Шуларҙың береһе—Мурзиндар.
Гөлдәр һәм Иҙел Мурзиндар, йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, 4 бала үҫтерә. Өлкән улдары Радимға—7, Илдарға—5, Илмирға 3 йәш. Ә кескәй Раушанияға 10 ғына ай. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән Себергә йөрөп эшләй. Ә Гөлдәр иренән аҡса көтөп кенә ултырыуҙы хуп күрмәй, шуға һәр төрлө ҡул эштәренә курстар үтә. Мәҫәлән, кейемдәргә милли биҙәктәр төшөрөргә өйрәнгән.
—Тырышҡанда ауылда йәшәргә була. Ауылда балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә бар. Улар өйгә яҡын ғына, бик ҡулайлы. Улар өйҙә юҡ саҡта, бәләкәсем йоҡлаһа, ҡул эшенә тотонам. Эшемде интернет селтәренә һалам, заказдар бар. Күлдәктәргә, футболкаларға, бейсболкаларға милли биҙәктәр төшөрәм, клиенттарымдың те-ләген иҫәпкә алам. Ҡайһы саҡ өлгөртөү өсөн төнөн дә ултырырға тура килә,—ти Гөлдәр Илдус ҡыҙы.
Ире ҡырҙа булыу сәбәпле, әлегә мал көтмәйҙәр. Әммә баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт тоталар. Иҙел дә, Гөлдәр ҙә спорт ярата. Ғаилә башлығы улдарын алып ҡышын
саңғыла йөрөһә, йәш әсә, бушаған арала, спорт залға барып волейбол уйнай. Малайҙар иһә шашка уйынын ярата.
—Башҡаларҙан әллә ни айырылып торған ғаилә түгелбеҙ инде, һәүетемсә йәшәйбеҙ, тырышабыҙ. Ки-ләсәктә бәлештәр бешереү буйынса курс үтеп алырға
теләйем,—ти Гөлдәр.
Күп бала үҫтереүсе тырыш ғаиләгә именлек, теүәллек һәм уңыштар теләйбеҙ.
Резеда Усманова.