АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
7 Май 2024, 12:05

Кескәйҙәрҙең яҡын дуҫы

Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүҙе күптәр еңел һәм ябай һөнәр булараҡ ҡабул итә. Тәү ҡарамаҡҡа шулай күренәлер ҙә: көн һайын балалар менән бергә уйнап-көлөп, саф һауала йөрөп, һүрәт төшөрөп йә шиғыр һөйләп, йыр өйрәнеп, балаларҙы ашатып йоҡларға һалыу ҡыйынмы ни?!

Тәрбиәсе эше ситтән ҡарағанда ғына шулай еңел күренә, ә ысынында ул күп көс, көндәлек тынғыһыҙ эш, түҙемлелек һәм ихласлыҡ талап итә. Был һөнәрҙең ни тиклем ауыр һәм яуаплы булыуын улар үҙҙәре генә беләлер. Тәрбиәсе–ул эш ваҡытында балаларҙы ҡарап тороусы ғына түгел, ә сабыйҙы һәр яҡлап үҫтереүсе, тирә-яҡ мөхиткә, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүсе, тәртипкә өйрәтеүсе, шәхес итеп формалаштырыусы кеше.

Үҙ эшен яратҡан, хеҙмәтенә бар күңелен, булмышын һәм оҫталығын һалып эшләгән тәрбиәсе-ләр менән һоҡланмау мөмкин түгел. Шуларҙың береһе—Сибай ҡалаһының “Тирмәкәй” ҡатнаш төрҙәге балалар баҡсаһы тәрбиәсе Гөлназ Фәрит ҡыҙы Дәүләтбирҙина. Һәр яҡлап өлгөр, уңған тәрбиәсе тиҫтә йылдан ашыу сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар төркөмөндә эшләй.

Гөлназ Фәрит ҡыҙы Әбйәлил районы Аһылай ауылында тыуып-үҫкән. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлай, сит телдәр уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Мәктәптә социаль педагог булып эшләй, кейәүгә сыға һәм балалар үҫтерә. Һәр саҡ заман менән йәнәш атлаған Гөлназ ситтән тороп тәрбиәсе, документтар менән эшләүсе белгес һөнәрҙәренә уҡый.

—Һөнәрҙәрем буйынса төрлө эштә эшләнем, әммә тәрбиәсе булараҡ үҙ-үҙемде таптым,—ти әңгә-мәсем.—Бала саҡтан ауылымда балалар баҡсаһы булманы, унда йөрөү бәхете теймәне. Бына инде хәҙер көн дә ошо серле һәм мөғжизәле донъя ишектәрен асам. Үҙ эшемде яратам, сәләмәтлеге ҡаҡшаған балалар менән эшләү еңел түгел. Әммә уларҙың шул тиклем тормошто ярата һәм ҡәҙер-ләй белеүе, йәшәү йәмен тойоуы һоҡланыу уята. Күп осраҡта уларҙан көс  алам.

Заман талаптарына ярашлы, компьютер технологиялары, һәр саҡ яңыса алымдар менән эшләгән юғары категориялы белгес тә ул. “Тирмәкәй”ҙә уның ҡатнашлығынан тыш бер ниндәй сара лаүтмәй. Нәфис һүҙ оҫтаһы, алыштырғыһыҙ алып барыусы, байрам иртәлектәренә сценарий яҙыусы, төрлө ролдәрҙе оҫта башҡарыусы ла. Бар яҡлап талантлы педагогҡа ойоштороу һәләте мул бирелгән, күп йылдар балалар баҡсаһының профсоюз ойош-маһына етәкселек итә. Коллектив өсөн үткәрелгән сараларҙың режиссеры ла, сценарий авторы ла, алып барыусы ла үҙе. Һәр ваҡыт йылмайып барыһына ла ярҙам итергә тырышҡан, ата-әсәләр, балалар һәм хеҙмәттәштәре менән уртаҡ тел таба белгән тәрбиәсе коллективта хөрмәт һәм абруй ҡаҙанған.

Егәрленең ҡулы ете, тигәндәй, ҡул эштәренә лә бик оҫта Гөлназ Фәрит ҡыҙы. Күңел йылыһын һалып, күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән әйберҙәре яҡында-рын һөйөндөрә. Өс балаға яғымлы һәм хәстәрлекле әсәй ҙә ул. Ҙур улы вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй, ҡыҙы—Сибай сәнғәт колледжының дүртенсе курс студенты. Бәләкәй улы быйыл 7-се класта белем ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше ике йыл элек йәшләй генә вафат булған. Әммә тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, йылмайып алға атлай ул. Йортонда һәм ихатаһын-да төрлө сәскәләр күҙҙең яуын ала, емеш-йә-шел-сәләре ишелеп уңа. Күңел йылыһын биреп, тирә-яҡҡа наҙ өләшеп йәшәгәнгәлер, эшендә лә уңышлы, тормошонда ла бәхетле.

К.Ишбулдина.

Автор:
Читайте нас