АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
7 Май 2024, 11:20

3 герой партаһы булдырылды

Тыуған иле именлеге, тыныслығы өсөн йәнен фиҙа ҡылған батырҙарыбыҙҙы беҙ оноторға тейеш түгелбеҙ. Ошо маҡсаттан сығып, ҡасандыр Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбендә белем алған, ҡыҙғанысҡа күрә, йәшләй генә яуҙа һәләк булған 3 ҡыйыу яҡташыбыҙға бағышланған 3 герой партаһы булдырылды.

3 герой партаһы булдырылды3 герой партаһы булдырылды
3 герой партаһы булдырылды

 

Герой партаһы бөтә Рәсәй акцияһы йәш быуынға тыуған ере өсөн ғүмерҙәрен дә йәлләмәгән ҡаһарман ир-егеттәрҙең батырлығын хәтерләтеп торған шәп сара. Сибай ҡалаһының 12-се мәктәбе ошо көндәрҙә илһөйәрлек акцияһына ҡабаттан ҡушылды һәм был юлы белем усағында 3 герой партаһы барлыҡҡа килде. Уларҙың береһе Александр Викторович Косаревҡа бағышланды.
Тағы бер парта 12-се мәктәпте тамамлаусы ҡыйыу егет Марат Вәкил улы Мөхәмәтдиновтың яҡты иҫтәлегенә арналды.
Яуҙа күрһәткән батырлығы, йәғни миналарҙы юҡ итеүҙә булышҡаны өсөн Марат Вәкил улы Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығының Жуков миҙалы менән наградланған. Ул шулай уҡ һәләк булғандан һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән дә бүләкләнгән.
12-се мәктәптә тағы бер герой партаһы Динар Урал улы Вәлиевҡа арналды. Яугир 2022 йылдың 27 сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләккән. Хәрби әҙерлекте Ҡазан ҡалаһында үткән. Алғы һыҙыҡта мотоуҡсылар бригадаһында командир булған. Яҡташыбыҙ 2023 йылдың 15 сентяберндә махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған. Динар Урал улы һуңғы һулышына ҡәҙәр тыуған иле алдында биргән антына тоғро ҡалған.
Геройҙар партаһында мәктәптең иң яҡшы өлгәшкән, йәмәғәт тормошта әүҙем ҡатнашҡан, спортсы ҡыҙҙар-малайҙар ултырып белем аласаҡ. Улар ҙур ғорурлыҡ менән яугирҙәребеҙҙе иҫкә алып, уларға оҡшап тыуған илде һөйөүсе, ҡыйыу, батыр булып үҫәсәк.

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас