ГӨЛНИӘ БАЙСУРИНА социаль селтәрҙә яҙа:
--Ошо көндәрҙә Әбделкәрим ауылы тәбиғәтен, киләсәген ҡайғыртып Сәйетколов Йәмил ағай инициативаһы менән ҙур изгелекле эштәр башҡарылды.
Төрлө сәбәптәр арҡаһында ауылыбыҙҙың тирә яғындағы ағастарыбыҙ күҙгә күренеп ҡорой, юҡҡа сыға, был бик күңелде лә ҡыра, киләсәк быуынға ҡалдырырлыҡ урмандарыбыҙ ҡалмаҫҡа ла мөмкин. Шул проблемаға битараф булмаған ир-егеттәребеҙ, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ 26 апрель көнө Тау аҫты урамының башынан алып икенсе осона һуҙылған урманда санитар-һауыҡтырыу саралары башҡарҙылар, ә 27 апрель ҡарағай үҫентеләре ултыртып сыҡтылар.
Изге эштәре өсөн ойоштороусы, барлыҡ кәрәкле әйберҙәрҙе хәстәрләгән Йәмил ағайға, Тыныслыҡ, Тау аҫты һәм Йәштәр урамы ир-аттарына, ҡатын-ҡыҙҙарына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барығыҙға ла үҙ изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәре яуһын. Һәммәгеҙгә лә алдағы көндәрегеҙҙә һау-сәләмәт булып, йән тыныслығы менән йәшәргә яҙһын.
"Йәшел урмандарыбыҙ – йәшел хазина, төп байлығыбыҙ, туҡландырыусыбыҙ". Тап ана шул байлыҡты һаҡларға, ҡурсаларға тырышайыҡ, урмандарға сүп-сар ташламайыҡ, һәм балаларыбыҙға ла тәбиғәтте һаҡларға өйрәтәйек.
Ошондай сараларҙа әүҙем ҡатнашып ауылымдың киләсәге тип тырышҡан, янып-көйөп йәшәгән кешеләргә аяҡ салыусылар ҙа булмаһа ине...