Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
25 Апрель , 14:45

Йылайырҙар батыр улдарын онотмай

Йылайыр районының Йылайыр ауылындағы башҡорт гимназияһында махсус операцияла һәләк булған Ашҡаҙар ауылы батыры Иштуған Юламанов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Был сарала Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, геройҙың ғаиләһе, туғандары, ауылдаштары, уҡытыусылары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Яугир иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Герой партаһы ла булдырылды.

Йылайырҙар батыр улдарын онотмай
Йылайырҙар батыр улдарын онотмай

Юғалтыуҙар тураһында һөйләүе һәр ваҡыт ауыр һәм үкенесле булыуы, әммә бөтөнләй йәш кешеләрҙең вафат булыуы икеләтә ауыр.

Был сарала Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, геройҙың ғаиләһе, туғандары, ауылдаштары, уҡытыусылары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Яугир иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Герой партаһы ла асылды.

Шулай уҡ Һабыр һәм Ашҡаҙар ауылы араһындағы яланлыҡта 5 гектарҙан ашыу ерҙә йәш ҡарағай үҫентеләре ултыртылды."Хәтер баҡсаһы" булдырып герой яугирҙарыбыҙҙың рухтары шатланыр,оло ҡайғы кисергән ата-әсәһенең,яҡындарының әҙ генә булһа ла күңелдәре тынсыр,ҡайғы-хәсрәттәре кәмер.Үткән аҙнала Юламанов Иштуған Рәил улының исеменә арнап район буйынса 8 команда ҡатнашлығында балалар араһында мини-футбол буйынса турнир үтте. Ә кесе йома көндө тыуған ауылындағы Ашҡаҙар мәктәбе тирә-яғына 26 күк шыршы ултыртыласаҡ.Эйе,26 йыл ғына түгел,ә йәшәйһе лә йәшәйһе ине,тик ул намыҫ,выждан,Тыуған ил алдындағы бурысты беренсе урынға ҡуйҙы,ошо ҡиммәттәрҙе яҡларға,һаҡларға яуға ынтылды,ғүмерен бирҙе...

Иштуған Юламанов былтыр көҙ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт килешеүе төҙөп, Украинала барған махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән киткән.

Йылайырҙар батыр улдарын онотмай
Йылайырҙар батыр улдарын онотмай
Автор:Гульдар Кадаева