Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
18 Апрель , 12:45

Имен-һау хеҙмәт итеп ҡайт, һалдат!

Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры актеры Урал Атанбаев бөгөн әрме хеҙмәтенә юлланды. Йылайыр районының Матрай ауылында тыуып үҫеп, Сибай сәнғәт колледжында актер һөнәрен үҙләштергән егет театрҙың иң шәп, иң йәш, өмөтлө артистарының береһе.Буласаҡ һалдатты ҡаланың хәрби комиссариатына оҙатырға ижади берекмә хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Махсус хәрби операция биләмәһенән кисә генә ваҡытлыса ялға ҡайтҡан коллегаһы Илнур Сафаров та теләктәрен еткереп, өгөт-нәсихәттәрен әйтте.

Имен-һау хеҙмәт итеп ҡайт, һалдат!
Имен-һау хеҙмәт итеп ҡайт, һалдат!


Һалдатыбыҙҙың илебеҙ сиктәрен ныҡлы һаҡлап, Ватаны алдындағы бурысын теүәл үтәп, бер йылдан тыуған яғына, туған коллективына имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

Автор:Гульдар Кадаева