Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
9 Апрель , 17:45

Илнарҙың бейеүҙәре тере

Тыуған иле именлеге, тыныслығы өсөн батырҙарса һәләк булған Сибай филармонияһы бейеүсеһе Илнар Хәтмуллин 2 йәштән сәхнәлә атаһы менән «Генерал Игзаков» бейеүен башҡарғанда уҡ халыҡ геройы-полководецтың эске торошон, рухи көсөн һынландыра алды. Атаһы Илдар Булат улы, әсәһе Лариса Шайнур ҡыҙы кеүек Илнар ҙа бейеүгә әүәҫ булды, ҡаланың “Осҡон” халыҡ балалар ансамблендә шөғөлләнде. Оҫта йәш бейеүсене 2017 йылда Сибай филармонияһына балет артисы итеп эшкә алалар.   2019 йылда Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжын бөткәс, әрме сафында бранетранспортерҙа водитель-механик булып хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Сибай концерт-театр берекмәһендә эшен дауам итә. 2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизацияға эләгә, махсус хәрби операция биләмәһендә мотоуҡсылар ротаһында хеҙмәт итә. 2023 йылдың 30 июнендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды.

Илнарҙың бейеүҙәре тере
Илнарҙың бейеүҙәре тере

 

Һуғыш берәүҙе лә аямай. Бәрелеш башланғандан алып аҫыл-аҫыл ир-егеттәребеҙҙе юғалттыҡ. Уларҙы Тыуған ил, яҡташтары бер ваҡытта ла онотмаҫ.  Ул беҙ тыныс тормошта йәшәһен, һеҙ ошондай мөһабәт бинала йырлаһын, бейеһен, халыҡҡа мәҙәниәтте еткереүҙе дауам итһен өсөн башын һалды улар. Аяҙ күк йөҙөнөң ҡәҙерен беләйек! Шундай батыр ул үҫтергән Лариса Шайнур ҡыҙына рәхмәт! Уны алдында баш эйәбеҙ!

Илнар Хәтмуллин һәләк булғандан һуң Рәсәй Президенты Указына ярашлы Батырлыҡ ордены,  Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы генерал Шайморатов ордены менән наградланды.

Илнар Илдар улы  мәңге беҙҙең хәтерҙә. Уның яҡты иҫтәлегә бағышланған Илнар Хәтмуллин исемендәге “Бейеү ҡанаттарында” фестиваль конкурсы йыл һайын уҙғарыласаҡ.

Фестиваль-конкурста Сибай филармонияһы янында эшләп килгән “Ынйыҡай” өлгөлө балалар бейеү ансамбленең төрлө йәштәге коллективтары башҡарған “Ҡаһым түрә”, “Два строя” бейеүҙәре Гран-при яуланы. “Монгло статуэткаһы”, мари бейеүе икенсе дәрәжәле лауреат исеменә өлгәште.

Фестиваль-конкурста бөтәһе 29 бейеү коллективы, йәғни 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ярышҡа Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Хәйбулла райондарынан, хатта күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан бейеү ансамблдәре йыйылды. Еңеүсе бейеү коллективтары һәм яңғыҙ башҡарыусылар тәбрикләнде. Иң-иң яҡшы ансамблдәр маҡтау грамоталары һәм миҙалдар, кубок, статуэткалар менән бүләкләнде.

Илнарҙың бейеүҙәре тере
Илнарҙың бейеүҙәре тере
Илнарҙың бейеүҙәре тере
Илнарҙың бейеүҙәре тере
Автор:Гульдар Кадаева