Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
8 Апрель , 22:45

АЛЬМИРАҒА ҒҮМЕР ТЕЛӘЙЕК!

Ихлас, эскерһеҙ, ярҙамсыл, көслө рухлы, тормошто яратҡан кешеләрҙе беләһегеҙме? Уларға тормош һынау артынан һынау ҡуя, әммә улар тормошто яратыуҙан туҡтамай. Шундайҙарға ҡараһаң, үҙ проблемаң сүп һымаҡ булып ҡала ла, юҡҡа ғына мыжып ултырыуыңа оялып китәһең.Альмираның юлымда осрауына ифрат шатмын. Ул миңә үрнәк, өлгө, һынмаҫҡа, бөгөлмәҫкә өйрәтте.Альмира Ибраһимова Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы ҡыҙы. Стәрлебаш килене. Өфөнән ипотекаға фатир алып, ире менән өс бала үҫтереп бәхетле йәшәп ятҡан мәлдәре ине. Альмира професстональ режиссер, шәп ҡатын, яҡшы әсәй. Тик алама сир уны аяҡтан йығып маташа. Бер тапҡыр еңгән һымаҡ ине. Сәләмәт, актив тормош алып барҙы. Тик уҙған йыл был сир йәнә ҡалҡып сыҡты. Ата -әсәһе баға, әммә ярҙам һорарға ҡыймайҙар. Яҡындары клиника, белгестәр эҙләй. Әйҙәгеҙ, Альмираға ярҙам итәйек, фитыр саҙағаларын уға күсерәйек...

АЛЬМИРАҒА ҒҮМЕР ТЕЛӘЙЕК!
АЛЬМИРАҒА ҒҮМЕР ТЕЛӘЙЕК!

Ураҙа ғәйетенә тиклем, сөнки Ураҙа байрамынан һуң бирелгән саҙаҡа ул ябай хәйер генә була.

-Фитыр саҙаҡаһын биргән кеше әгәр уны доға ҡылып ала алмаһа нимә эшләргә?

-Доға ҡылыуы, ҡылмауы мөһим түгел, сөнки Аллаһ Тәғәлә һинең ниәтеңә ҡарай, хәйереңә лә, уның хаҡына ла, ҡабул иткәндә доға ҡылыныу, ҡылынмауға ла түгел. Ниндәй ниәт менән биреүең мөһим.   

 

Яҡташыбыҙ Эльвира Солтанғолова фитыр саҙаҡаһын ямар сиргә дусар булған яҡташыбыҙ Альмира Ибраһимова һаулығына ниәтләп күсерергә тәҡдим итә:

 

--Ихлас, эскерһеҙ, ярҙамсыл, көслө рухлы, тормошто яратҡан кешеләрҙе беләһегеҙме? Уларға тормош һынау артынан һынау ҡуя, әммә улар тормошто яратыуҙан туҡтамай. Шундайҙарға ҡараһаң, үҙ проблемаң сүп һымаҡ булып ҡала ла, юҡҡа ғына мыжып ултырыуыңа оялып китәһең.

Альмираның юлымда осрауына ифрат шатмын. Ул миңә үрнәк, өлгө, һынмаҫҡа, бөгөлмәҫкә өйрәтте.

Альмира Ибраһимова Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы ҡыҙы. Стәрлебаш килене. Өфөнән ипотекаға фатир алып, ире менән өс бала үҫтереп бәхетле йәшәп ятҡан мәлдәре ине. Альмира професстональ режиссер, шәп ҡатын, яҡшы әсәй. Тик алама сир уны аяҡтан йығып маташа. Бер тапҡыр еңгән һымаҡ ине. Сәләмәт, актив тормош алып барҙы. Тик уҙған йыл был сир йәнә ҡалҡып сыҡты. Ата -әсәһе баға, әммә ярҙам һорарға ҡыймайҙар. Яҡындары клиника, белгестәр эҙләй.

Балиғ булмаған өс балаһы атай ҡарауында йәшәй. Әсәләре улар янына имен -һау ҡайтырға тейеш! Әйҙәгеҙ ярҙам итәйек, йәмәғәт. Фитыр саҙаҡаларын Альмира һаулығына күсерәйек.

Сбербанк картаһы Альмираның әсәһе Мәрйәм Хаммат ҡыҙы Мөхәмәтшина номерына бәйле:

🙏8927945-44-64 Сбербанк. 🙏

Сауаптары насип булһын!

Альмира, һин көслө! Мин һиңә ҡарап баш эймәҫкә, бөгөлмәҫкә өйрәндем. Артабан да өлгө булып, гөрләтеп йәшә!--тип яҙа Эльвира.

 

Фотола Альмира һулда, уңда Эльвира.

Автор:Резеда Валиева