Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
30 Март , 23:05

ҺӘР БЕР ИЗГЕ ЭШ - САҘАҠА

Үлйәбаевтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығы яугирҙәргә быҡтырылған ит әҙерләне...

ҺӘР БЕР ИЗГЕ ЭШ - САҘАҠА
ҺӘР БЕР ИЗГЕ ЭШ - САҘАҠА

Игеҙәктәр Илшат һәм Иршат Үлйәбаевтарҙы Хәйбулла районы халҡы яҡшы белә. Улар 2007 йылдан ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Бөгөн “Үлйәбаев И.Г” крәҫтин-фермер хужалығы булараҡ дан алған. Малсылыҡ буйынса ла эш алып баралар, үҫемлекселек менән дә шөғөлләнәләр.

Махсус операция башланғандан улар яугирҙәргә ярҙам күрһәтә. Аҡсалата ла, әйберләтә лә. Хәйбулла фермерҙары УАЗ ебәргәндә лә үҙ өлөшөн индергәндәр. Игеҙәктәрҙең береһе Сибайҙа йәшәү сәбәпле, Сибай, Баймаҡ аша ла ярҙам ебәргәндәр.

Әле күптән түгел Үлйәбаевтар хужалығында йылҡы малы һуйҙылар. Йылҡыны салғанда мулла доға уҡып, ир-егеттәрҙең имен-һау ҡайтыуын, донъябыҙға тыныслыҡ килеүен теләне. Фермерҙарҙың ҡатындары Юлиә һәм Фирүзә 50 банка быҡтырылған ит әҙерләне. Улар яуҙағы ир-егеттәргә имен-һау барып етер, тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыр, тигән изге теләктә булайыҡ.

 

Ә Үлйәбаевтар ғаиләһенә именлек, теүәллек, уңыштар насип булһын! Алдағы көндәрҙә гөрләтеп, мул уңыш алып, мал ишәйтеп йәшәргә яҙһын! Изге ғәмәлдәрегеҙҙең сауабы насип булһын!

Автор:Резеда Валиева