Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
29 Март , 14:21

ТАШҠЫН НИМӘ ИНДЕ...НИВА БАРҘА

--Ҡыҙыҡ булды ул. Китеп барһам, мәсет эргәһендә ике еңгәй туҡтатып ултырҙы. Шулар булмаһа, бәлки, ағып китер инем. Был Хоҙайҙың ҡөҙрәте инде, Аллаға шөкөр. Еңгәләрҙең береһе ҡурҡып ҡысҡыра, икенсеһе настоящий яҙ күрҙем тип ҡыуана. Барыбер күпер бер ваҡыт булыр тигән өмөт менән йәшәйбеҙ,--тип яҙа ул.   Өмөттө һүндермәйбеҙ инде. Еңгәйҙәр ҙә һау булһын!

Быйыл яҙ иртәләне. Ғәҙәттә, март айында әле буран ҡотора торғайны. Быйыл ҡар иртә ирей башланы, өҫтәүенә ямғыр яуҙы. Юлһыҙ ыҙалаған халыҡҡа был тағы ла мәшәҡәт тыуҙырҙы. Шулай ҙа беҙҙең халыҡ бирешмәй. Һәр нәмәнән кәмит табып, позитив рухта йәшәп өйрәнгән бит инде.

Буранбай ауылында йәшәүсе Фәттәх Аралбаев та социаль селтәргә видеояҙма һалған. Икегә айырылып, үҙ юлынан һәм туғайҙан ташып-шашып аҡҡан Һаҡмар аша НИВА менән үтә.

--Ҡыҙыҡ булды ул. Китеп барһам, мәсет эргәһендә ике еңгәй туҡтатып ултырҙы. Шулар булмаһа, бәлки, ағып китер инем. Был Хоҙайҙың ҡөҙрәте инде, Аллаға шөкөр. Еңгәләрҙең береһе ҡурҡып ҡысҡыра, икенсеһе настоящий яҙ күрҙем тип ҡыуана. Барыбер күпер бер ваҡыт булыр тигән өмөт менән йәшәйбеҙ,--тип яҙа ул.

 

Өмөттө һүндермәйбеҙ инде. Еңгәйҙәр ҙә һау булһын!

Автор:Резеда Валиева