Бөтә яңылыҡтар
Замандаш
26 Март , 15:25

ИМСЕЛӘР НӘҪЕЛЕНӘН

Баҙыян Булат ҡыҙына халыҡ бик күп мөрәжәғәт итә.

ИМСЕЛӘР НӘҪЕЛЕНӘН
ИМСЕЛӘР НӘҪЕЛЕНӘН

Бөгөн медицинаны көслө тибеҙ. Нисек кенә булмаһын, кеше халыҡ дауалаусыларына мөрәжәғәт итеүҙән туҡтамай. Баймаҡ районы Сосновка ауылында йәшәүсе Баҙыян Рәхмәтуллина өйөнән дә кеше өҙөлмәй. Уның хаҡында беҙгә Фәриҙә Исмәғилева хәбәр итә:

 

Халыҡ медицинаһы, ырым-йолалар, имләүҙәр элек-электән башҡорт милләтендә киң ҡулланылған. Шифалы үләндәр, доғалар ярҙамында кешене аяҡҡа баҫтырғандар. Әле лә беҙҙең арала шундайҙарҙың булыуы ҡыуандыра. Ауылдашым Баҙыян Булат ҡыҙы Рәхмәтуллина 1961 йылда Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылында тыуған. 3 ҡыҙ, 3 малай үҫтергән ғаиләлә иң өлкәне булып буй еткерә. Уларҙың нәҫеле Баймаҡ районы Манһыр ауылынан сыҡҡан. Бөйөк әүлиә Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдинов та уға туған. Баҙыяндың әсәһе Мәғүзә Мостафа ҡыҙы Иҫәнгилдина ла халыҡ дауалаусыһы булараҡ киң билдәле. Баҙыян шифалы ҡуллы нәҫелдең 4-се быуыны. Өләсәһе Сафия ла халыҡ медицинаһын үҙ заманында киң ҡуллана, киләсәкте әйтә алыу көсөнә эйә була. Бөйөк Ватан һуғышында эҙһеҙ юғалыусыларҙың, йәрәхәтләнеүселәрҙең яҙмышын һыу ярҙамында күрә алған.

Баҙыян Булат ҡыҙы юғары белемгә эйә. 1983 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар баҡсаһы мөдире булды. Бер урында ғына 37 йыл эшләгән. Ире Нуриман Салауат улы Байыш ауылынан, ул—фермер. Рәхмәтуллиндар ике балаға ғүмер бирҙе. Улдары Нур ҙа атаһы кеүек фермер. Сосновка ауылында уңышлы эшләп йөрөй. Ҡатыны Миләүшә менән Батырхан һәм Эмилә исемле матур балалар үҫтерә. Ҡыҙҙары Ләйсән Сибай ҡалаһының “Ҡурай” балалар баҡсаһынла музыка етәксеһе, ул ире Илгиз менән Элина, Данил исемле балалар үҫтерә.

Баҙыян Булат ҡыҙы ауылда абруйлы, ғаиләһендә тоғро ҡатын, яғымлы әсәй, хәстәрлекле өләсәй. Ҡот ҡоя, үткәрмә үткәрә, ноҡот һала, мейе ултырта, төшкән быуынды урынына ултырта, тел-теш ҡырҡа, имләй. Уға халыҡ бик күп мөрәжәғәт итә. Һәр береһен ихлас ҡабул итеп, ҡулынан килгәнсе ярҙам күрһәтә. Районда, республикала уҙғарлған “Ер ҡото” кеүек сараларҙа ҡатнаша, тәжрибә уртаҡлаша.



 

Фото архивтан.

Редакция рөхсәтенән тыш, башҡа сайттарға, социаль селтәрҙәргә мәҡәләне алыу тыйыла.

Автор:Резеда Валиева