Замандаш
20 Марта 2024, 11:45

БАЛАЛАРҒА ЯРҘАМ ИТӘ

Механизатор сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән балаларға ярҙам итеү маҡсатынан реабилитация үҙәгенә аҡса күсергән. 

Добавить в предпочтительные источники Google
БАЛАЛАРҒА ЯРҘАМ ИТӘБАЛАЛАРҒА ЯРҘАМ ИТӘ
БАЛАЛАРҒА ЯРҘАМ ИТӘ

Баймаҡ районы Октябрь ауылында оло йөрәкле механизатор Рафиҡ Рауил улы Сафиуллин йәшәй. Ул “А.А.Шәрәфетдинов” крәҫтиән-фермер хужалығында эшләй. Сосновка урта мәктәбен тамамлағас, армияла хеҙмәт итә. Шоферға, тракторсыға уҡый. Оҙаҡ йылдар Урғаҙа ауылындағы МТС-та эшләй. Тәүҙә "Акрос" комбайнын йөрөтә, хәҙер яңы “Мюллер”ға ултырған. Хеҙмәт стажы - 32 йыл. Грамота, дипломдары, вымпелдары бар.

Әсәһе менән йәшәй, туғандарына, яҡындарына иғтибарлы, ярҙамсыл. Тормоштағы төп маҡсаты – хәйриәлек эшендә ҡатнашыу, йәмғиәткә файҙалы кеше булыу.

Ул ихлас күңелдән Һаулығы сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенең Сибай филиалындағы ауырыу балаларға аҡсалата ярҙам күрһәтте.

 Фәриҙә Исмәғилева.

Сосновка ауылы.

Автор:
Читайте нас