+30 °С
Болотло
Әбйәлил районы Рысҡужа ауылында йәшәүсе Илдар Мәһәҙиев башмаҡҡа атланып йөрөй ине. Уны кемдер видеоға төшөрөп алып, интернетҡа һалды һәм ул республика буйлап таралды. Быны күргән егеттәр, атап әйткәндә, Әбйәлил районының "Ылаҡ" уйыны командаһы ағзалары (етәкселәре донъя чемпионы Ғәлим Яуынбаев) үҫмергә изге Рамаҙан айында ҡолон бүләк итергә ҡарар итә.
--Был команданан бүләк. Илдар ҡолондо үҫтереп, өйрәтеп алыр һәм киләсәктә беҙҙең команданы тулыландырыр тип ышанабыҙ,--ти Ғәлим.