Сибайҙа Башҡортостан ир-егеттәренең төбәк форумы үтте. Унда Урал аръяғының 9 районынан 312 әүҙем ир-азаматы ҡатнашты.
Тик ир-егеттәрҙән генә торған сарала көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралыу менән бер рәттән, тыуған ере өсөн изге эш эшләгән, уның киләсәге өсөн борсолған, уның үҫеше өсөн тос өлөш индергән яҡташтарыбыҙға “Ил терәге” йәмәғәт наградаһы тапшырылды. Улар араһында һеҙ һүрәттә күргән Р.Ғ.Иҫәндәүләтов, Р.С.Хәсәнов, Ҡ.А.Ишҡыуатов та бар.
Йылайыр районы Юлдыбай ауылының ветерандар советы рәйесе булған Рәшит Ғәлимйән улы Иҫәндәүләтов--оло быуын кешеләрен сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа әйҙәүсе. Ул ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша, унһыҙ бер сара ла үтмәй. Рәил Сәфәрғәле улы Хәсәновты иһә Баймаҡ районында белмәгән кеше юҡтыр, ул да бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнай. Түбәнге Яйыҡбай ауылын “Айыҡ ауыл” республика ярышына әҙерләгәндә үҙенең тос өлөшөн индерҙе. Баймаҡ районынан Ҡадир Айса улы Ишҡыуатовтың эше һәр кемде һоҡландыра, хатта ғәжәпләндерә. Кесе Ватаны--Йәрмөхәмәт ауылы мәктәбен һаҡлап алып ҡалыу өсөн үҙ көсө менән утын әҙерләй, яра һәм шуның менән белем усағын йылыта. Беҙҙең арала үҙ эше менән өлгө булған ир-егеттәр бар. Бөгөн уларҙы башҡаларға үрнәк итеү, яуаплылыҡтан ҡурҡмаҫҡа өндәү—заман талабы.
Һүрәттә: Рәшит Иҫәндәүләтов, Рәил Хәсәнов, Ҡадир Ишҡыуатов.