АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
10 Март 2024, 13:35

Ауылдаштарына хөрмәт күрһәттеләр

"Йәнтөйәк" ансамбле ағзалары Сыңғыҙ ауылының иң оло йәштәге, хөрмәтле ағинәйе Салиха Бурағолованы юбилейы менән тәбрикләне.

Ауылдаштарына хөрмәт күрһәттеләрАуылдаштарына хөрмәт күрһәттеләр
Ауылдаштарына хөрмәт күрһәттеләр

Салиха инәй - Сыңғыҙ ауылында, ысынлап та, оло хөрмәткә лайыҡ кеше. Ул күпте күргән, күпте кисергән.

 

Уның хаҡта ейәнсәре Айгөл былай тип яҙа:

Бәләкәй сағымдан алып уның эргәһендә булып, һөйләгәндәрен һеңдереп, хәҙер ул ваҡиғаларҙы күңелем аша үткәреп, ҡәртәсәйемдең ниндәй көслө ҡатын булғанына инандым.
Уның бәхетле бала саҡ минуттарын ҡәһәрле Бөйөк Ватан һуғышы “урлай”. Ата-әсә наҙына ла туйып өлгөрмәгән ҡыҙ бала, бик иртә ауыр эшкә сума. 14 йәшендә генә комбайндан иген ташып хеҙмәт юлын башлаған. Аслыҡ, атаһының һуғышта үлеп ҡалыуы, ныҡ ыҙалап-интегеп йәшәүҙәре хаҡында әле лә тыныс ҡына һөйләй алмай. “Өйөбөҙҙә тамаҡ ялғар ризыҡ та булмаған саҡтар күп булды. Шуға мине үлтермәҫ өсөн Илсебикә инәй - ҡартатайымдың бер туған һеңлеһе тәрбиәләне, ә әсәйемде атаһы алып ҡайтты” – тип нисә йылдар үтһә лә, күҙ йәштәре аша хәтерләп һөйләй.
Һуңынан Сыңғыҙ ауылына килен булып төшкән ҡәртәсәйебеҙ ғүмер буйы колхозда быҙау ҡарай. Ауыр эшкә 38 йылдан ашыу ғүмерен, хәләл көсөн бирә ул. Хәйер, унан алдағы үҫмер, йәшлек мәле лә тик эш менән үтә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Почет грамоталары, “Социалистик хеҙмәт геройы” миҙалы һ.б. наградаларға лайыҡ була.
Тормош иптәше Сәйфулла Ғәйзулла улы Буранғолов менән бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, оло мөхәббәт хакимлығында береһенән-береһе уңған, аҡыллы балалар тәрбиәләйҙәр. Мөхәббәт емештәре булып өс улы: Сәлимйән, Ишбулат, Бикбулат, ике ҡыҙы - Гөлнур, Гөлгөнә тыуа.
Ләкин тормош аяуһыҙ, ғаилә башлағы, ҡартатайым, 49 йәшендә генә фажиғәле һәләк була. Салиха Хөснийәр ҡыҙы ҡанаты ҡайырылыуын ғорур күтәрә, балаларының да башын эйҙермәй, лайыҡлы тормош көтөргә өйрәтә. Иренең төҫө булған улдарына, ҡыҙҙарына гөрләтеп туйҙар үткәрә (тормош юлдашы менән Сәлимйән улы менән Гөлнур ҡыҙын ғына башлы-күҙле итеп өлгөргән булалар), йорт һалырға ярҙам итә. Ҡәйнәһен, ауыр һуғыш йылдарында аяҡһыҙ, һуңынан тома һуҡыр ҡалған әсәһен дә һуңғы көндәренә тиклем ҡәҙерләп тәрбиәләй. Иң ауыр саҡта ла, балаларының күңелен әрнетмәҫ өсөн, уларға бер бөртөк күҙ йәшен дә күрһәтмәй.
Салиха Хөснийәр ҡыҙы ҡәйнәһе Хәмдиә менән бик матур, татыу 40 йылдан ашыу ғүмер итә. 100 йәшкә тиклем йәшәгән ҡәйнәһе менән йәш сағынан алып ураҙа тота. Шунан алып Ҡәртәсәйем, Аллаға шөкөр, йыл һайын күңелен һалып, ураҙаларын ҡалдырмай, 85 йәшенә тиклем тотоп килде. Сауаптары ғына булһын! Әсәһе менән ҡәйнәһе бер ваҡытта ла 5 намаҙ ваҡытын ҡалдырмағандар. Ҡәртәсәйебеҙҙең күңеленә ул доғалар, сүрәләр һеңә барған.
Саф күңелле, таҙа намыҫлы кеше Хоҙайҙың яратҡан бәндәһенә әүереләлер. Салиха Хөснийәр ҡыҙының хаҡ мосолман булып, биш намаҙын ҡалдырмауы ла хикмәт аша килә. “Сүрәләрҙе миңә төшөмдә өйрәттеләр, изге Ҡөрьәнебеҙ миңә йөрәк аша килде”, – ти ул. Күрәһең, сабыр, аҡыллы, уңған ҡатын ауырлыҡтарҙы түҙемле итеп ҡабул итә белгәне өсөн Хоҙай Тәғәлә тарафынан шулай бүләкләнгәндер.
Ул балалары менән Мөжәүир хәҙрәттең ҡәберлегендә лә йыш була. “Олатайға йәш сағында йәйәү ҙә бара торғайным. Ошо изге ерҙәрҙә аяттар уҡып, үҙемә йәшәү көсө алып ҡайтҡандай булам. Беҙ шул тиклем ауыр ваҡытты үткәрҙек, аслыҡ-яланғаслыҡты кисерҙек. Шуға күрә хәҙерге яҡшы, матур тормоштоң ҡәҙерен белһәләр ине. Беҙҙең ауыр һуғыш йылдары һәм унан һуңғы күргән михнәттәрҙе бер кемгә лә татырға яҙмаһын. Һәр доғамды тыуған еребеҙгә, халҡыбыҙға бағышлайым”, – тип изге теләктәрен һәр саҡ ҡабатлай ҡәҙерле кешебеҙ.
Уның матурлыҡҡа ынтылған алтын ҡулдары баҡса тултырып гөл-сәскә үҫтерһә, күңел гүзәллеге шиғри юлдарға һалына. Ҡәртәсәйебеҙ әйтеүенсә, уның шиғырҙары, мөнәжәттәре үҙенән-үҙе яҙыла. Һәр юлға ғына түгел, һәр өнгә бар хис-тойғолар, кисерештәр һалынған. Күрәһең, был да тормоштоң ел-ямғырына бирешмәй, һәр көндән йәм-тәм табып йәшәргә ярҙам итәлер.
Хаҡлы ялға сыҡҡансы бик ныҡ тырышып эшләй. Һәр эште яуаплы башҡарырға ла, донъя көтөргә лә, балалар үҫтерергә лә өлгөрә Ҡәртәсәйебеҙ.
Тәҙрә төптәрендә аллы-гөллө сәскәләр үҫкән, йорто нурға сумған Салиха Хөснийәр ҡыҙы Буранғолованың эшһөйәрлегенә, уңғанлығына йәш
килендәр ҙә көнләшерлек. Бөгөнгө көндә кесе улы Бикбулат һәм Миңзәлә килене менән гөрләтеп донъя көтәләр, кәртә-ҡура тултырып мал аҫрайҙар.
Ҡәҙерле ҡәртәсәйебеҙ, гел шулай беҙҙең терәгебеҙ, тыуған еребеҙ йәме булып ҡалығыҙ! Иңдәрегеҙҙәге шәфҡәт фәрештәһе ҺЕҘҘЕ бер ҡасан да ташламаһын! Балаларың, кейәү-килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең һиңә ҡыуаныслы хәбәрҙәр генә килтерһендәр, изгелекле эштәр генә башҡарһындар.
Бөгөн Салиха Хөснийәр ҡыҙының, Аллаға шөкөр, балалары иҫән-һау, 13 ейән-ейәнсәре, 13 бүлә-бүләсәре бар!!!
Ауылыбыҙға ҡайтҡан һайын ҡәртәсәйебеҙҙең хәлен беләбеҙ, рәхәтләнеп бергәләп ултырып самауырҙан сәй эсәбеҙ һәм фатихаларын алып, юлға сығабыҙ. Рәхмәт, ҡәртәсәй, изге доғаларығыҙ беҙҙе һаҡлай, яҡлай!!!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас