АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
6 Март 2024, 11:20

ЯРАТА УЛ ЙӘШӘРГӘ

Талантһыҙ булып та дан көҫәгәндәр була. Һәм киреһенсә. Талантлы булып та шөһрәт артынан ҡыумай, тыныс ҡына үҙ эштәре менән булып, унан кинәнес алып йәшәүселәр осрай. Нәҡ ошо икенселәре араһына индерер инем Рима Барый ҡыҙы Ғәлинаны. Сибайҙа нисәмә йыл йәшәп тә мин бығаса уның хаҡында белмәгәнмен. Ғәжәпләндем. Мин генә түгел, күптәр яратып тыңлаған моңло, дәртле, матур йырҙарҙың авторы икән дә баһа ул! Шундай талантлы ижадсы йәшәй икән арабыҙҙа!

ЯРАТА УЛ ЙӘШӘРГӘЯРАТА УЛ ЙӘШӘРГӘ
ЯРАТА УЛ ЙӘШӘРГӘ

Сибай ҡалаһының үҙәк китапханаһында “Рәхмәтлемен яҙмышыма” тигән музыкаль кисә үтте. Уның төп ҡунағы—Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рима Ғәлина ине. Ул бик күп шиғырҙар, 50-ләгән йыр авторы икән. Эйе, билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын көйгә һалһа, үҙенең шиғырҙарын йыр итеүселәр ҙә табылған. Икеһе лә берҙәй матур, күңелгә үтеп инә. Хоҙай бирһә бирә бит кешегә талантты!

Рима Барый ҡыҙы Ғәлина 1952 йылдың 9 мартында Баймаҡ районы Түбә ауылында тыуған. 2-се Түбә урта мәктәбен тамамлағас, пионервожатый булып эш башлай. 1973 йылда Учалы музыка училищеһының хордирижер бүлегенә уҡырға инә. 1977 йылда училищены уңышлы тамамлап, Урғаҙа ауылында хеҙмәт юлын башлай. Унда балалар музыка мәктәбен асыуҙа ҡатнаша һәм 1977-1984 йылдарҙа директор булып эшләй.
—Кешегә бөтә нәмә Хоҙай тарафынан бирелә. Музыкаға ынтылышым да шулай тыумыштан килә.
Балалар баҡсаһында музыка уҡытыусыбыҙ Нина Георгиевна шул тиклем оҡшай ине. Унан мәктәптә уҡытыусыбыҙ Марат Абдрахман улы Батыршиндың баянда уйнағанына хайран ҡала инем, уның кеүек уйнағым килде. Бер мәл гәзиттәге иғландан Мәскәү университеты ситтән тороп уҡыусыларҙы эҙләгәнен белеп ҡалдым. Хат яҙғайным, миңә
заказға алырға кәрәк әйбер исемлеген ебәрҙеләр. Пластинкалар килеп төштө, унда аудиояҙмалар бар ине. Шулар аша баянда уйнарға өйрәнеп алдым. Ә Марат Абдрахман улы мине мандолинала уйнарға өйрәткәйне. Шулай музыкаға юл асылып торҙо. Тик махсус музыка мәктәбен бөтмәгәс, был йүнәлештәге уҡыу йорттары мине уҡырға алмаҫ тип уйланым. Мәктәпте тамамлағас, мине пионерҙар вожатыйы итеп эшкә алдылар. Шул мәлдәрҙә
Баймаҡта йәнә иғланға тап булдым: Учалы музыка училищеһы студенттар йыя. Тормошта осраҡлыҡтар булмайҙыр. Барҙым, уҡырға индем,—тип хәтергә ала йәш саҡтарын Рима Барый ҡыҙы.
Ысынлап, Хоҙай тарафынан бирелгән һәләтте камиллаштырыу өсөн юлдар асылып ҡына тора уға.
Урғаҙала дәртләнеп эш башлай. Музыка мәктәбендә эшләү менән бер рәттән ауылда халыҡ таланттарынан инструменталь ансамбль төҙөп ебәрә һәм уның менән бөтә илде урап сыға, Мәскәүгә барып етә.
—Минең ансамблдә ҡурай уйнаусы ветерандар күп ине. Уларҙы әле лә һағынып иҫләйем. Сәхнәгә сыҡһаҡ миҙалдары ялтырап тора торғайны. Скрипкасылар, ҡумыҙсылар, баянда, мандолинала, һуҡма инструменттарҙа уйнаусылар күп булды. Ғаиләләре менән йөрөнөләр. Ҡайҙа ғына барһаҡ та яратып ҡаршы алдылар,—ти Рима Ғәлина.
Уның һүҙҙәрен Факиһа Таштимерова ла йөпләне: “Ул саҡта мин Байыш ауылында ауыл мәҙәниәте йорто мөдире инем. Минең ансамблдә 16 кеше булһа, Рима Барый ҡыҙының ансамблендә 47 кеше ине! Шул тиклем күңелен биреп, дәртләнеп эшләне”.
Ысынлап та, музыкаль кисәгә килгән һәр кем Рима Барый ҡыҙының таланты, егәрлелеге, үҙ һөнәрен мөкиббән яратыуы хаҡында әйтеп үтте.
—Рима Барый ҡыҙы беҙҙе иҫ киткес музыка донъяһына алып инде. Беҙ әле лә шундабыҙ, тик инде уҡытыусылар ролендә,—тине Урғаҙа музыка мәктәбенең элекке сығарылыш уҡыусылары һәм улар уҡытыусылары ижад иткән йырҙы йырлап ишеттерҙе.
Рима Барый ҡыҙы оҙаҡ йылдар Сибай педагогия колледжында ла уҡытҡан. Китапханала музыкаль кисә буласағын ишетеп, элекке студенттары ла сараға килеп еткән ине. Был Рима Ғәлинаның ни тиклем абруйлы, хөрмәтле булыуын һөйләй.
—Уҡытыусыбыҙҙың дәрестәрен бөгөн дә һағынып иҫкә алабыҙ. Үҙ эшен шул тиклем ярата ине. Төркөмдөң етәксеһе булараҡ, беҙгә икенсе әсәй ролендә лә булды. Кәңәштәрен әле лә тотабыҙ. Шул тиклем ипле, итәғәтле, тыныс кеше ул. Әле лә урамда күрһә танып, арҡанан һөйөп, кәңәштәр биреп үтә,—ти студенттары.
Бөтә студенттары исеменән Сибай концерттеатр берекмәһе йырсыһы Йәғәфәр Нәҙершин “Яратам мин йәшәргә!” йырын бүләк итте. Уның һүҙҙәрен Рима Барый ҡыҙы яҙған:
Белмәйһең ҡайсаҡ нишләргә,
Килә уртың тешләргә.
Ә шулай ҙа, ә шулай ҙа
Яратам мин йәшәргә!
Ысынлап та, Рима Барый ҡыҙы үҙ ғүмер юлында байтаҡ ҡына ауырлыҡтарға тарыһа ла һис зарланмай, сөнки тормошто ярата һәм ошо һөйөүен шиғырҙары, моңдары аша барса халыҡҡа тарата.
Бөгөн уның йырҙарын Гөлсөм Бикбулатова, Ғәзим Ильясов, Фәрүәз Урманшин, Йәғәфәр Нәҙершин, Алһыу Бәхтиева һәм башҡалар башҡара. Музыкаль кисәлә бына шундай һәләтле шәхес, күндәм, ипле ханым менән танышып ҡайттыҡ. Сараны ойоштороусылар—Сибай ҡала үҙәк китапханаһы мөдире Гөлсирә Әҡсән ҡыҙы Яҡупова, Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы Диана Дамир ҡыҙы Сөләймәнова, сценарий авторы һәм кисәне алып барыусы библиограф Земфира Әғзәм ҡыҙы Әбүбәкирова, китапхана янындағы “Ынйылар” ижадсылар клубы ағзаларының эше оло хуплауға лайыҡ.
Талантлы замандаштарыбыҙҙы бөгөн күрә белергә һәм ваҡытында ҡәҙерләргә кәрәк.


Резеда Усманова

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас