“Атайсал” гәзитен электән алдырғандарға Данил Әбделғазин исеме яҡшы таныш. Ни өсөн тигәндә ул 5 йыл журналистика өлкәһендә эшләп китте. Әлеге көндә 3-сө "Сибай" республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Ир-егеттәрҙең мәғариф өлкәһендә эшләүе, балаларға белем биреүе--бик яҡшы күренеш һәм көн талабы ла.
Бөгөн йәмғиәттә генә түгел, ғаиләлә лә ир, атай тәрбиәһе етмәгән заманда Данил Рәшит улының эшмәкәрлеге, йәшәү принциптары маҡтауға лайыҡ. Ул бәләкәйҙән башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресен ярата һәм үҙен үҫкәс ошо йүнәлештә уҡытыусы итеп күрә. Бала саҡ хыялы тормошҡа ашҡан. Бөгөн ул интернат балаларында телгә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләй.
--Интернат-гимназияла 8-се йыл эшләйем. Йылдан-йыл йәш быуында туған телгә ҡарата битарафлыҡ арта кеүек. Ауылдан килгән балалар ҙа русса аралаша. Был мине ныҡ борсой. Шуға күрә, телгә һөйөү тәрбәиәләү йәһәтенән, мауыҡтырғыс алымдар менән дәрес үткәрергә, ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышам,--ти Данил Рәшит улы.
Әбделғазиндар ғаиләһе менән дә өлгөлө. Данил үҙе лә, ҡатыны Света ла Әбйәлил районынан. Икеһе лә Сибай институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте йүнәлешендә уҡыған. Улар әле өс ҡыҙ тәрбиәләй. Ғаиләлә саф башҡортса аралашалар. Айһылыу ҡыҙҙары 5 йәшенән йырлай, “Сулпылар” телевизион конкурсында ҡатнашты, “Ирәндек моңдары”нда 2-се урын, “Һаумы, һаумы, әкиәт” ҡала конкурсында Гран-при алды. Әле Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 3-сө класта уҡый. Ынйыгөл быйыл мәктәпкә барасаҡ, ул шиғырҙар һөйләргә ярата, матур итеп һүрәт төшөрә. Әле уҡырға өйрәнә. Бәләкәстәре Асияға ни бары 1,5 йәш. Бәләкәс кенә булһа ла бөтә йырҙарҙың һүҙен отоп ала, йырларға ярата.
--Минән ике курс алда уҡыусы Данил эскерһеҙ, ипле, ябай, иғтибарлы, ихтирамлы булыуы һәм яғымлы һөйләшеүе менән ғашиҡ итте. Дөйөм ятаҡта бер ҡатта йәшәнек. 5 йыл буйына дуҫлаштыҡ. Мин уҡыуҙы бөткәс ғаилә ҡорҙоҡ,--ти Света һәм иренә рәхмәтле булыуын белдерә.
--Ғаилә--минең өсөн илһам сығанағы. Эштән арып ҡайтып ингәндә ҡыҙҙарымдың ҡосағыма килеп һыйыныуы, ҡатынымдың йылмайып ҡаршы алыуы ҡанатландыра. Буш ваҡытымды ғаиләмә арнайым, төрлө мәҙәни сараларға барабыҙ. Ҡыҙҙарымды рухлы итеп үҫтереү өсөн тырышабыҙ. Башҡортостандың барлыҡ тәбиғәт һәйкәлдәрен күреп сығырға маҡсат ҡуйғанбыҙ,--ти Данил Рәшит улы.
Бына шундай күркәм, рухлы ғаилә йәшәй Сибайҙа! Әбделғазиндар кеүек матур башҡорт парҙары күберәк булһа ине!