-Ә ни өсөн һеҙ алғы һыҙыҡҡа барырға ҡарар иттегеҙ?
-Беҙ бармаһаҡ кем бара? Ата-бабаларыбыҙ фашистарға ҡаршы көрәшкән, еңеү яулаған. Беҙ ҙә неофашизмға ҡаршы торорға, уға тыуған еребеҙгә үтеп инергә юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ. Ир-егет яуҙа һынала, тигән бит боронғолар. Бармайынса ятып ҡала алманым.
Илдус Рәис улы Сибай юлдарҙы төҙөү һәм ремонтлау идаралығында водитель булып эшләй. Әлеге ваҡытта улар ҡала биләмәһенән ҡар сығарып түгеү менән мәшғүл.
Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында тыуып үҫкән Илдус бәләкәй саҡтан техникаға ныҡ әүәҫ булып үҫә. Ауылда 8-се тамамлағас, Сибай тау техникумына уҡырға инә. Ҡоролмаларҙы төҙөү һәм эксплуатациялау бүлегендә белем алып йөрөгән саҡта ул ДОСААФ аша водитель һөнәрен үҙләштерә һәм әрме сафына юллана. Ватаны алдындағы бурысын Самара өлкәһендә үтәй.
Илдус Мортайләков эшендә лә бик маҡтаулы хеҙмәткән. Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығы уны эшендә өләгшкән уңыштары өсөн Почет грамота менән бүләкләне.