АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
22 Февраль 2024, 07:15

БАТЫРҘЫ ИҪКӘ АЛҒАНДАР

"Ярҙамсыл булды иптәштәренә, гел алдыңғы рәттә йөрөнө. Шул тиклем алсаҡ итеп йылмайыуы, яғымлы булыуы менән хәтерҙә уйылып ҡалды",--тип иҫкә алалар Йәлилде... Уның хөрмәтенә мәктәптә "Герой партаһы" булдырылған.

БАТЫРҘЫ ИҪКӘ АЛҒАНДАРБАТЫРҘЫ ИҪКӘ АЛҒАНДАР
БАТЫРҘЫ ИҪКӘ АЛҒАНДАР

Баймаҡ районы Ишбирҙе мәктәбендә "Герой партаһы" булдырылған. Был хаҡта ИШБИРҘЕ МӘКТӘБЕНӘН ЯҘАЛАР:

 

Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр ,
Әйтерһең дә, ергә аумаған.
Ул һалдаттар, аҡ торналар булып,
Осоп киткән зәңгәр һауаға.

Әле һаман ошо яугирҙәрҙең
Тауыштары килә алыҫтан.
Юҡҡамы ни, һауаларға ҡарап,
Күңелебеҙ тула һағышҡа.
Махсус хәрби операция ваҡытында ауылыбыҙҙың һөлөктәй йәш егете Йәлил Әхтәм Ҡаҙаҡбаевты юғалтыҡ. Уның яҡты иҫтәлегенә арнап, Бөтә Рәсәй белем биреү проекты буйынса, Герой партаһы булдырыу сараһына йыйылдыҡ. Сараға Йәлилде яҡындан белгән кешеләр--туғандары, ауылдаштары, дуҫтары йыйылды. Атаһының хәтерләүе буйынса, Йәлил ҡыштың иң һыуыҡ төнөндә, 15 ғинуар, юлда тыуа. Бәләкәстән сос, етеҙ, йылғыр, шаян булып үҫә. Эшкә әрһеҙ малай айырыуса ҡартәсәһе Заһира Юныс ҡыҙын һәм ҡартатаһы Йәғәфәр Ҡәнзәфәр улын ярата. Беренсе уҡытыусыһы Зимфира Хөрмәт ҡыҙының хәтерләүе буйынса, тырышып ҡына түгел, ә ярышып уҡыған. "Ярҙамсыл булды ипташтәренә, мәктәп баҡсаһында, төрлө өмәләрҙәлә гел алдыңғы рәттә йөрөнө. Шул тиклем алсаҡ итеп йылмайыуы, яғымлы булыуы менән хәтерҙә уйылып ҡалды." Туғандары өсөн оло ағай була белгән Йәлил  бөхтәлекте, таҙалыҡты ярата. Ҡустыларынан шуны талап итә. Үҙенән өлкән ағайҙары менән вахта ысулы менән эшкә йөрөгәндә һәр ваҡыт төрлө ҡыйын хәлдәрҙән тиҙ генә сығыу юлын таба белеүе менән ихтирам яулай. Баязит Вәлишин хәтерләүе буйынса, алыҫ Себер тарафында эшкә йөрөгәндә, бысҡыларҙың стартерҙары туңа , Йәлил трактор өҫтөнә һикереп менеп тракторҙың торбаһына ҡуйып, иретеп эшләтеп тә ебәрә. Айтуған дуҫы иһә: "Гел шаярып йөрөнө, бөтә нәмәнән дә ҡыҙыҡ табып көлдөрөр ине", --тип иҫләп алды. Ә инде ҡатыны Лилиә килен: " Балҡып килеп инде лә өйөмә,мин ошонда ҡалам йәшәргә тип, донья көтөп алдыҡ та киттек. Ҡыҙыбыҙ Йәсминәгә исемде үҙе оҡшатып һайланы. Һынған ҡулы менән өйөбөҙгә ремонт эшләне. Тик ятырға яратманы. Уны тиҙ генә юғалтырмын тип уйламаным”,--ти.
Лилиә килен мәктәпкә бүләк итеп фотоларын һәм орденының фотоһын алып килгәйне. Тағы ла уҡыусыларға матур бүләктәр, ауыр сағында ярҙам ҡулы һуҙған, йылы һүҙҙәрен йәлләмәгән ауылдаштарға ла рәхмәт һүҙҙәренә ҡушып сәскәләр, күстәнәстәр алып килгәйне. Йәлилдең һәм яуҙа ятып ҡалған яугирҙәребеҙ рухына аят бағышланы Юлдаш Рәвис улы. Был сараға тағы ла Тләүсин Рәшит олатай менән Рәсимә инәй ҙә саҡырылған ине. Уларҙың да улдары Ринат "ҡыҙыу нөктәләрҙә" хеҙмәт итә. Улар изге теләген, кәңәшен еткерҙе.

 Осрашыу йәнле һөйләшеү менән сәй табыны артында ла дауам итте.

Тыныс йоҡла , батыр һалдат!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас