АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
21 Февраль 2024, 04:00

АФАРИН, РУХЛЫ ҺЫЛЫУҠАЙ!

Баймаҡ районында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының төбәк этаптары бара. Кисә Темәс ауылына рухлы, сая ҡыҙҙар йыйылды.

АФАРИН, РУХЛЫ ҺЫЛЫУҠАЙ!АФАРИН, РУХЛЫ ҺЫЛЫУҠАЙ!
АФАРИН, РУХЛЫ ҺЫЛЫУҠАЙ!

--Темәс ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсының төбәк этабы үтте. Унда Муллаҡай, Түбә, Темәс, Һаҡмар, Ҡолсора, Билал, Күгиҙел, Өмөтбай, Таһир ауылдарының дәртле, сая, рухлы ҡыҙҙары ҡатнашты. Конкурстың шарттары буйынса башҡорт телендә визитка, башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, Башҡортостан мәҙәниәте тураһында, Т.Ғарипова ижадына бәйле һорауҙарға яуаптар, Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәрендәге бер геройы образында сығыш яһау һәм стилләштерелгән милли кейемдә дефиле булды.
Күгиҙел ауылы данын Гөлмирә Азамат ҡыҙы Нарынбаева яҡланы. Бөтә бирелгән һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп "Рухлы һылыуҡай" исеменә лайыҡ булды ул. Афарин, Гөлмирә! Ул әсәһе Альбина Камил ҡыҙы һәм атаһы Азамат Фәзлиәхмәт улы менән бергәләп "Тәңкәле ҡыҙ" музыкаль драмаһынан монолог тәҡдим итте. Беҙҙе конкурсҡа алып барған ауыл старостаһы Илсур Бикйән улына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ,--тип хәбәр итә Күгиҙел ауылы китапханасыһы Әлиә Дауытбаева.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас