АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
18 Февраль 2024, 16:30

БӘРӘКӘТЛЕ ҒҮМЕР

Быҙаулыҡ ауылында йәшәүсе Йомағужа һәм Сәлимә Исҡужиндарҙың тормош һуҡмағынан бергә атлауҙарына 50 йыл.

БӘРӘКӘТЛЕ ҒҮМЕРБӘРӘКӘТЛЕ ҒҮМЕР
БӘРӘКӘТЛЕ ҒҮМЕР

ХӘЙБУЛЛА РАЙОНЫ БАШЛЫҒЫ РӨСТӘМ ШӘРИПОВ ХӘБӘР ИТӘ:

--Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән Ғаилә йылында районыбыҙҙың күркәм ғаиләләре менән таныштырыуымды дауам итәм. Быҙаулыҡ ауылында йәшәүсе Йомағужа һәм Сәлимә Исҡужиндарҙың тормош һуҡмағынан бергә атлауҙарына 50 йыл. Ике уңған тура килеп, тормош йөгөн дә бергә тарта улар, шуға донъялары ла етеш, ҡотло.
Икеһе лә сығыштары менән Йылайыр районынан булһа ла, ҡасандыр Быҙаулыҡ ауылында төпләнеп, Хәйбулланы төйәк итә улар.
Икеһенең дә иңендә фиҙаҡәр хеҙмәт йылдары. Исҡужиндар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, бөгөнгө көндә ике улдары махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй. Йәштәргә оло үрнәк, туғандарына, балаларына терәк-таяныс булып йәшәгән күркәм ғаиләгә артабан да именлек, бәрәкәтле ғүмер теләргә генә ҡала.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас