Батырҙар онотолмай тиҙәр… Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы халҡы өсөн 18 йәшлек кенә Ғәзиз Рәғип улы Мөхәмәҙиев мәңге батыр булып ҡаласаҡ.
Ғәзиз—махсус хәрби операцияның тәүге йылдарындағы ҡорбаны. Ул 2022 йылдың октябрендә һәләк булды. Уға ни бары 18 йәш ине.
Ғәзиз Рәғип улы 2004 йылдың 10 мартында Өмөтбай ауылында 5 балалы ғаиләлә кинйә малай булып тыуа. 2011 йылда мәктәпкә уҡырға бара. Үҙен тырыш, аҡыллы егет итеп таныта.
--Ғәзиз шул тиклем итәғәтле, аҡыллы малай ине. Минең класымда 5 ҡыҙ һәм бер малай уҡыны. Ғәзиз беҙҙең һәр саҡ терәк булды, ҡыҙҙарҙы ҡурсалап ҡына алып йөрөнө. Спортты яратты, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашты. Уның асыу һаҡлап, тәртипһеҙләнеп йөрөгәнен хәтерләмәйем дә, ундай булманы ла ул,--тип иҫкә ала класс етәксеһе Альбина Садыҡова.
Уҙған йыл Ғәзиз уҡып киткән мәктәптә, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, батыр егет иҫтәлегенә таҡтаташ астылар. Иҫтәлекле сара мәлендә әсәһе Альбина Исламова былай тигәйне:
--Улдарым бер ҡасан да әрменән ситләшмәне, үҙҙәре теләп хеҙмәт итте. Ғәзиз дә армияға ашҡынды. “Башта уҡы әле”,--тигәйнем дә бит, үҙенекендә торҙо. “Тәүҙә хеҙмәт итәм, унан уҡырмын. Әрменән ҡайтҡас, медицина колледжына барырмын”,--тине. Көт мине, мин ҡайтам, тип киткәйне лә бит…
Үкенескә күрә, Ғәзиз Мөхәмәҙиевҡа кире ҡайтырға яҙмаған. 2022 йылдың 27 майында хеҙмәткә алына һәм ошо йылдың октябрендә һәләк була. Рәсәй Президенты Указы менән 2022 йылдың 30 ноябрендә уға, үлгәндән һуң, “Батырлыҡ” ордены бирелә. Ә 2023 йылдың 20 ғинуарында республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров Указына ярашлы, “Генерал Шайморатов” ордены тапшырыла.
Әлеге көндә Өмөтбай мәктәбендә Герой партаһы булдырылған. Бында уны онотмайҙар. Спорт залында 6 х 3 метр ҙурлығындағы баннер эленгән, бында бөтә спорт ярыштары, “Йәгеҙ әле, егеттәр” сараһы уның иҫәтлегенә ойошторола. Өмөтбай ауылында урам командалары араһында волейбол ярыштары үтеп тора.
Йәшләй генә арабыҙҙан киткән Ғәзизгә ҡарап бер моңайһаҡ, ҡыҫҡа ғүмерен лайыҡлы үтеүенә һоҡланабыҙ һәм ғорурланабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр!