АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
15 Февраль 2024, 10:50

АФҒАН ЯУЫН ҮТКӘН

Афғанстандан совет ғәскәрҙәре сығарылыуға—35 йыл. Ошо уңайҙан гәзитебеҙҙә Баймаҡ районы Билал ауылында йәшәүсе Шөғәйеп Мәхмүтов хаҡында мәҡәлә сыҡты. Әйткәндәй, афған яуын үтеүсе яҡташыбыҙ ҡул эшенә лә оҫта. Ул эшләгән мейестәр күптәргә бөгөн "хеҙмәт итә".

АФҒАН ЯУЫН ҮТКӘНАФҒАН ЯУЫН ҮТКӘН
АФҒАН ЯУЫН ҮТКӘН

Афғанстандан совет ғәскәрҙәре сығарылыуға—35 йыл. Ошо уңайҙан ауылдашыбыҙ—Баймаҡ районы Билал ауылында йәшәүсе Шөғәйеп Мәхмүтов хаҡында яҙып үткем килә. Шөғәйеп Ғилмитдин улы әрме сафына 1985 йылдың 12 майында алына. Амур өлкәһе Прогресс ҡала тибындағы ҡасабала сержанттар әҙерләү мәктәбен үтә. 16 июндә Тыуған илгә намыҫлы хеҙмәт итергә хәрби ант бирә.

Курстарҙы тамамлап, кесе сержант званиеһы алғас, Шөғәйеп ағай, үҙенең дүрт иптәше менән бер урында
хеҙмәт итергә ебәреүҙәрен һорап, мандат комиссияһына мөрәжәғәт итә. Уларҙың теләген ҡәнәғәтләндерәләр. Юлға йыйынып, вертолетҡа ултырырға йөрөгәндә дүртәү икәнлектәрен беләләр. Бер иптәше өс айҙан улар менән хеҙмәт итергә барыбер килә.
Шөғәйеп Ғилмитдин улы хеҙмәт иткән Мәскәү сик һағы отрядының 3-сө мотоманевр төркөмө Чахи-аб ҡаласығы
эргәһендә урынлашҡан була. Улар ил сиген Афғанстан территорияһы яғынан һаҡлай.
1986 йылдың ғинуарында ауылдашыбыҙҙы отделение командиры итеп ҡуялар, өлкән сержант званиеһы бирәләр.
Май айында ҡайтҡан һалдаттар урынына уларҙы десанттар төркөмөнә ебәрәләр, унда ул алты ай хеҙмәт итә. Ошо
ваҡыт эсендә төрлө ерҙәрҙә хәрби операцияларҙа ҡатнаша.
Уларҙы вертолеттар менән алып барып ҡалдыра торған булғандар. Прапорщиктар килгәнсе бер
аҙ заставала старшина булып хеҙмәт итә. Үҙҙәренең заставаһында машина командиры булып төрлө колонналарҙы оҙатып йөрөй, күҙәтеү пунктында ла торорға тура килә. Башҡортостандан бер үҙе булһа ла башҡа төбәктәрҙән килгән бик күптәр менән дуҫлаша. Свердловск өлкәһенән ике иптәше менән әле лә аралаша.
1987 йылда хеҙмәтен тултырып тыуған ауылына ҡайтҡан сик һаҡсыһы Шөғәйеп Мәхмүтов бик аҙ һүҙле кеше.
Афғанда хеҙмәт иткән йылдары тураһында әллә ни һөйләргә яратмай. Был, ғөмүмән, яу юлы үткәндәргә хас һыҙат.
Шөғәйеп Ғилмитдин улы һөйләмәһә лә, уның "Совет армияһы отличнигы", I һәм II дәрәжәләге "Сик ғәскәрҙәре
отличнигы" һәм башҡа билдәләре уның намыҫлы хеҙмәте тураһында әйтеп тора.
Райхана Булатова,
Билал ауыл китапханасыһы.
Баймаҡ районы

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас