+30 °С
Болотло
Ҡаһарманлыҡ дәресендә шулай уҡ “Башҡорт” ҡушаматлы яҡташыбыҙ ҙа ҡатнашты. Ул яраланғандан һуң тыуған яғына ҡайтып дауалау курсы үтә. Әйткәндәй, яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн дәүләт наградаһына тәҡдим ителгән. “Тау” ҡуматалы яугиргә иһә сарала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Офицер Миңлеғәле Шаморатовтың биографияһын һәм хәрби юлын бик яҡшы белә. Ул шулай уҡ хәйбуллаларҙың ҡунаҡсыллығына һоҡланды. Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡас, был тарафтарға тағы килергә йыйына.