АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Замандаш
28 Ғинуар 2024, 18:35

БАЙМАҠТАР - ҺИНДОСТАНДА

Тәүге көн Тадж-Махалға барып, уның стенаһында Урал таштары булыуын күреп хайран ҡалғандар...

БАЙМАҠТАР - ҺИНДОСТАНДАБАЙМАҠТАР - ҺИНДОСТАНДА
БАЙМАҠТАР - ҺИНДОСТАНДА

Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында буй еткергән Рәмилә Усманова бала саҡтан Һиндостанға ғашиҡ. Шуға ла ул бәләкәй сағында үҙ бүлмәһен һинд актерҙарының фото-плакаты менән биҙәй, һәр йыл Шыршы байрамына үҙе һинд күлдәктәре тегеп, беренсе урын яулай.

Баймаҡ егете Фәрит Моратовҡа кейәүгә сыҡҡас, Рәмилә иренә оло хыялын әйтә. Ул да булһа—Һиндостанға барыу. Ире алып барырға һүҙ бирә.

Улар ғаилә ҡорғандан һуң һәр буш кисен һинд киноһын ҡарауға бағышлай. Рәмилә ыңғайына Фәрит тә шул фильмдарҙы ҡарап, Һиндостан менән ҡыҙыҡһына башлай. Әммә сит илгә сәйәхәт итеү кисектерелеп килә. Сөнки ғаиләлә өс бала бер-бер артлы донъяға ауаз һала, уларҙы уҡытырға, үҫтерергә кәрәк.

Бынан бер нисә йыл элек, 2015 йылда, Өфөлә Шос һәм Брикс саммиты үткәндә полицияла эшләүсе Фәрит Әхмәтғәле улын баш ҡалаға командировкаға ебәрәләр. Шул мәлдә Фәрит Өфөлә уҡыусы студент һинд егеттәре менән таныша. Һөйләшкән арала ҡатыны Рәмиләнең Һиндостанға мөкиббән ғашиҡ булыуын әйтә. Улай ғына ла түгел, уларҙы Баймаҡҡа ҡунаҡҡа саҡыра. Сит ил студенттары Урал аръяғына килеүҙән баш тартмай. Рәмилә уларҙы ҡунаҡ итә, уларҙың аш-һыуын өйрәнә, улай ғына ла түгел, улар менән Сибайҙа, Баймаҡта концерт ойоштора. Иҫләһәгеҙ: Һиндостан студенттары ҡуйған концертҡа килеүселәр бик күп булды, зал шығрым тулды.

Әле Моратовтарҙың өлкән улы юғары уҡыу йорто тамамлап, кәләш алып айырым йәшәй. Ҡыҙҙары һәм кесе улдары студенттар. Рәмилә һәм Фәриттең, ниһайәт, үҙҙәренә ваҡыт табылған.

Әйткәндәй, Баймаҡ һәм Сибайҙа концерт ҡуйған студенттарҙың береһе Саджал – Моратовтарҙың яҡын дуҫына әйләнеп киткән. Әле ул рус ҡыҙына өйләнеп, Өфөлә йәшәй. Күп кенә таныш студенттары Башҡорт дәүдәт медицина университетын бөтөп, Һиндостанға белгес булып ҡайтҡан. Уларҙың барыһы ла Моратовтар менән бәйләнеш тотоп, Һиндостанға ҡунаҡҡа саҡыра.

Бына, ниһәйәт, Моратовтар 27 ғинуар Һиндостанға юлланды. Уларҙан тәьҫораттарын һораныҡ.

--Барып төшкәс, ҡала ситенең бысраҡлығын күрҙек. Һыйырҙар, маймылдар тулып йөрөй. Ниндәйҙер томан бар һымаҡ һәм һауа оҡшаманы. Ауыр. Юлда ҡағиҙәләр юҡ, кем нисек теләй –шулай йөрөй. Иҫ китмәле. Нисек авария булмайҙыр. Йәйәүле лә, велосипедлы ла, атлы ла, үгеҙле лә, машиналы ла китеп бара. Көнө буйына юлдар шулай бысрай. Һәр көн иртәнсәк йыйыштыралар, тинеләр. Ҡала үҙәктәре таҙа,--ти Рәмилә. Фәйзрахман ҡыҙы. –Бер аҙ ял итеп алғас, беҙҙе Саджалдың туғандары—ике егет сәйәхәткә алып китте. Бер-беребеҙҙе аңламайбыҙ, интернет аша тәржемәләйбеҙ, хәлебеҙ бөтөп китте, үҙебеҙ көләбеҙ.

Тәүге көн Моратовтар Агралағы Тадж-Махалға барған. ( Тадж—ул беҙҙеңсә таж (корона). Махал—һарай (дворец).)

--Тадж-Махалға алып йөрөгән гид Әнис Кхан исемле һинд егете русса яҡшы белә. Бик күп мәғлүмәттәр ишеттек. Был мавзолей-мәсет бик борон, 1632 йылда төҙөлә башлап, 1653 йылда сафҡа ингән. Уның төҙөлөшөндә 20 мең оҫта ҡатнашҡан. Уның стеналары һинд мәрмәрҙәренән тора. Ә бына биҙәктәге йәшел япраҡтар Урал таштары булып сыҡты.  Тағы аптыратҡаны шул: 3 D форматы ҡулланылған. Дүрт мөйөшлө бағаналарҙы ситтән ҡараһаң, улар 8 ҡырлы булып күренә. Мавзолей-мәсет империя падишахы Шах-Джахан бойороғо буйынса яратҡан ҡатыны Мумтаз-Махал рухы хөрмәтенә төҙөлгән. Ул 14- се балаһын тапҡан саҡта мәрхүмә була. Тыңлап торһаң, бик ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс тарих. Йәнә төрлө ҡиммәтле таштар һатылған еренә юлыҡтыҡ. Бер ташты ҡыҙҙырып күрһәттеләр. Ҡыҙған саҡта эсенән һыу аға. Ә бер ташҡа сәсте урап ут тоғандырһалар ҙа ул янмай. Ҡыҙыҡ нәмәләрҙе күп осраттыҡ. Әле был тәүге көн генә. Сәйәхәтебеҙ оҡшар тибеҙ.

--Ә Башҡортостанды беләләрме?

--Өфөнө ҡайһы берәүҙәре белә.

--Һиндостанға барғанда ниндәй ҡағиҙәне белергә?

--Сауҙа йорттарында иғтибарлы булырға, көсләп ҡиммәт нәмәләрен алдыралар. Тиҙерәк ҡасырға кәрәк ул ерҙән. Хәйер һорап ултырған кешеләргә хәйер бирмәҫкә. Береһенә бирһәң, башҡалары йүгереп килеп сыға, унан ата-әсәләре килеп ҡушылһа, низағ сығыуы ихтимал. Бөгөн урамда туйға тап булдыҡ. Барабан һуғып китеп баралар, эй, күңелле күренә инә. Фәрит ҡушылып, барабан һуғып ҡарарға теләгәйне лә, егеттәр тыйҙы. Сит кеше туйға ҡыҫылһа, пар бәхетһеҙ була тигән ырым бар тинеләр,--ти Рәмилә Моратова.

Күптәнге хыялдары тормошҡа ашҡан Моратовтарға күңелле сәйәхәт теләйбеҙ!

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас